Уның ҡарауы, ике бөркөттәре Данил һәм Арслан Аҡсуриндар, хеҙмәттәрен тултырып, иҫән-һау тыуған ауылдарына аяҡ баҫты.
- Ошо көндәрҙә ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп ғәзиз улдарым Арслан һәм Данил әрме сафтарынан ҡайтып төштөләр. Аллаға шөкөр, ҙур шатлыҡ кисереп ултырған көндәрем. Арслан улым алдан киткәс октябрь уртаһында өйҙә ине, бына кисә генә Данил улым да яныбыҙға ҡайтты. Улдарым хеҙмәттәрен намыҫлы үтәүе менән ғорурланам, миңә командирҙарынан рәхмәт хаттары ла килеп торҙо, үҙҙәре күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны миҙалына лайыҡ булдылар, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты егеттәрҙең әсәһе Эльвира Аҡсурина.
Тик ҡыҙғанысҡа, егеттәребеҙҙең икеһенә лә ололап оҙатыу кисәһе ойоштороп, ҡаршы алырға һүҙ биреп ҡалған атайҙары Зәки абзыйыбыҙға улдарын ҡаршы алырға яҙманы. Улдарын әрмегә оҙатҡандан һуң, үҙе лә яу яланына юлланған ине, йыл башында махсус хәрби операция яланында батырҙарса һәләк булды ул.