- Эшеңде, тырышлыҡтарыңды күрә белеүҙәре һәр кем өсөн дә ҙур ҡыуаныстыр. Бына мин дә ҡулыма ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһын алып, ҡыуаныслы тәьҫораттарға күмелеп торам. Миңә ышаныс менән ҡараған, һәр саҡ ярҙамға әҙер булған, аңлап, тыңлап торған коллективыма рәхмәтлемен. Бар эште лә кәңәшләшеп, бергә эшләп өйрәнгәнбеҙ, шуға күрә, был бүләкләүҙе лә уртаҡ еңеү тип ҡабул итәм, - ти ул ҡыуаныстары менән уртаҡлашып.