Андрей Владимирович Марфин - бик йомарт эшҡыуар. Нисәмә йылдар буйы халыҡҡа ярҙам итеп (бик йыш өндәшмәй, тауыш сығармай ғына) йәшәй. Кисә Керәүле ауылы уҡыусыларына теннис өҫтәле (уйнар өсөн бар кәрәк-ярағы менән бергә) бүләк иткән.
Яңы йылға бик шәп сюрприз булған был. Мәктәп директоры Н. Ворошилова, барлыҡ коллектив һәм, әлбиттә, балалар үҙҙәре ныҡ ҡыуанған был бүләккә. Малайҙар-ҡыҙҙар, бер булып, әйткән:
- Рәхмәт һиңә, Марфин бабай!