Конкурста бөтә республиканан барлығы 32 тәрбиәсе көс һынашты. Шулар араһынан иң иңдәре - 15 ҡатнашыусы 2 турға үтте.
Беҙҙең Әлиә Фәнис ҡыҙы был көсөргәнешле ярышта үҙ төркөмөндәге балалар менән онлайн дәрес күрһәтеп, артабан баш ҡалала атай әсәйҙәр менән мәғрифәтселек сараһында уңышлы ҡатнашып, лайыҡлы рәүештә ярыштың икенсе турына үтте. 16-17 февраль көндәрендә бәйгенең икенсе турында, мәртәбәле жюри алдында оҫталыҡ дәресе менән сығыш яһап, «Блиц турнир” ҙа ҡатнашып Әлиә Фәнис ҡыҙы финалист дипломына лайыҡ булды!
Бөтә коллектив исеменән Әлиә Фәнис ҡыҙын ихлас ҡотлайым! Республика кимәлендә ҡала данын яҡлау- ул үҙе үк ҡыйыу, көслө аҙым! Әлеге булған дәртегеҙ, һөнәрегеҙгә булған һөйөүегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, алда һеҙҙе тик уңыштар, яңынан яңы еңеүҙәр көтһөн!
Әлиә Фәнис ҡыҙына һәр яҡлап ярҙам итеүсе, кәңәштәре, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп, рухландырып тороусы берҙәм, татыу коллективыма ҙур рәхмәтемде еткерәм! Көсөбөҙ берҙәмлектә! Афарин!
Күмертау ҡалаһының Мөхәммәт Исҡужин исемендәге Прогимназияһы директоры Лена Дим ҡыҙы Ғәббәсова.