

Хәлимә Аҡчурина Ялсыҡай ауылынан шатлыҡлы ваҡиға менән уртаҡлашты: 6 августа уларға ейәнсәр тыуған! Ҡыҙҙары Алһыу һәм Фәрүәз тәү тапҡыр әсә-ата булды!. Ҡоҙағый, өләсәй-олатайҙар Шамил һәм Хәлимә Аҡчуриндар, Фәнүз һәм Гөлсирә Хөсәйеновтар урындарында ултырып түҙмәне һәм берҙәм булып Өфөгә сабыйҙы бала табыу йортонан ҡаршыларға юлланды.
Бәхетле ата-әсәйҙәрҙе, өләсәй-олатайҙарҙы донъяға яңы кеше өҫтәлеүе менән ҡотлайбыҙ! Бәләкәй Ләйлә сәләмәт, бәхетле һәм аҡыллы ҡыҙ булып үҫһен, көн һайын яҡындарын ҡыуандырып торһон!
Администрация Куюргазинского района РБ