Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
7 Апрель 2023, 17:37

Шағирәгә - 75 йәш

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһының ағзаһы Маһира Хәлилова талантлы һәм әүҙем шағирәләрҙең береһе.

Шағирәгә - 75 йәш
Шағирәгә - 75 йәш

Сығышы менән Туғай Кинйә ауылынан. Ике китабы донъя күргән. Күп кенә шиғырҙарына һәүәҫкәр композиторҙар көй яҙған. Әммә ул бөгөн өйөнән сығып йөрөй алмай. 2-се төркөм ғәрип. Әммә бер ҙә генә тик ултыра белмәй, ҡәләм тотоп яҙа алмаһа ла, сәсәндәр кеүек тиҙ генә шиғырҙарын теҙеп һөйләп ташлай. Бөгөн яҙыусылар берекмәһе ағзалары Гөлназ Искәндәрова һәм Азат Хәлилов юбилярҙы ҡотлар өсөн өйөнә барҙыҡ. Маһира апайыбыҙ ҡыуанып, шиғри юлдар менән ҡаршыланы. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты. Элек яҙған шиғырҙарын уҡы тиһәк тә, шул арала тиҙ генә уйлап сығарып һөйләп тә ташлай. Вернер Семенов яҙған ”әсәкәйем” йырын йырлап та ишеттерә.
Ҡыҙы Лилиә менән йәшәй ул. Минут һайын ҡыҙына изге теләктәрен өйөп кенә ултыра. Лилиә Ғиззәт ҡыҙы атаһы юлынан киткән. Уҡытыусы. Политехника лицейында инглиз теленән белем бирә.
Рух төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Тыуған ауылын йыш иҫенә төшөрә. Илап та алғылай. Һай афарин, Маһира апай, тиергә генә ҡала. Шундай кешнләр күберәк булһа ине ул. Исмаһам интернет селтәрендә негатив яҙмалар әҙерәк булыр ине.
Маһира апайға артабан да тән һәм рух сәләмәтлеге теләйбе. Бирешмә, беҙ бит Кинйә абыҙ боҫҡаҡтары тиергә ҡала.

Азат ХӘЛИЛОВ, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас