Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Май 2023, 13:36

"Тракторист"ы тап

Уға 50 йәш икән дә баһа!

"Тракторист"ы тап
"Тракторист"ы тап

Тотоп һораһалар, уны 40 ары китмәгән тиер инек.
Светлана Беглова кисә юбилейын билдәләне. Ярты быуат йәшәп ташлаған икән был ерҙә, коллеганы ҡотларға, мәжлес башланып, әллә күпме ваҡыт үткәс, һуңлап барҙыҡ. Ҡыҙышып бөткәйнеләр, һуң килеүҙең ыңғай яғы ла бар икән -  күренешкә асығыраҡ ҡарайһың.
Халыҡ апаруҡ, бындай мәлдә юбилярҙы күккә күтәреп маҡтау ҡаралған, әле лә матур һүҙҙәр күп яңғыраны. Асыҡ күҙ, томаланмаған ҡолаҡ барыһын ишетте һәм ошолай раҫлай алабыҙ: маҡтауҙар ихлас ине. Светлана Алексеевнаны бер мәлгә булһа ла ныҡ бәхетле иттек (бәхет тигәнең гел өҙөк-йыртыҡ була ла, бер килә, бер китә, тигән һымаҡ). Тамадаһы шәп ине. Йәштәр. Галина Сазонованы электән беләбеҙ, саксофонда ғәләмәт уйнай (ошо музыка ҡоралында уйнай белһәң икән, Игорь Бутман һымаҡ, борғо тартып тик йөрөр инең, һине бар донъя алҡышлар ине), ҡалғандары таныш түгел, әммә талантлылар, телдәре телгә йоҡмай. Юғиһә, була шундай тамадалар, мәжлестә, бойоғоп, тәрилкәңә ҡарап тик ултыраһың.
Йәш саҡтан бирле бейегән юҡ ине. Бында... Билде яҙып алырға тура килде. Ситтән береһе ҡарап торһа, был бейей белмәй икән, тактҡа тура килмәй, һығылмалылығы юҡ тип көлмәҫме тигән уй ҙа башҡа килмәне. Кәртәләр емерелгәйне. Тимәк, юбиляр ҡунаҡтарҙы саҡыра белгән, барыһы ла илас, ябай - үҙ кешеләр.
Район башлығы йырланы (ул бар икән, тимәк, йыр бар). Һүҙҙәре хәтерҙә ҡалмаған, боронғо йыр, шулай ҙа төп идеяһы мейегә инеп ултырҙы:
- Керле күлдәкте йыуып, киптерергә була, керле күңелде нисек таҙартырға, күңелеңдә даръялай һағыш булғанда, кем булыр яныңда? тигәнгә һуҡтырған йыр ине. Залда күбеһе рустар, шуға башлыҡ йырҙың йөкмәткеһен тәржемә итте. Кәйефтәр уйын-көлкөгә ҡоролған булһа ла, барыһы ла йырҙың мәғәнәһенә төшөндө, буғай.
Майлы кейем, майлы кейем, майлы кейем кеймәгеҙ.
Әстәғәфирулла тәүбә, трактористы һөймәгеҙ.

Ниңәлер ошо таҡмаҡ иҫкә төштө. "Куюргаза" гәзите мөхәррире Светлана Бегловаға тап ошо хисте теләнек - һөйөү. 
Майлы кейем кейәр инең, майлы кейем эләкһә,
Ҡыҫып-ҡыҫып һөйәр инең, тракторисы эләкһә.
Үҙеңдең "тракторисыңды" тап итергә яҙһын, Светлана. 
Автор:
Читайте нас