Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Август 2023, 17:01

Оло хөрмәтле кешебеҙ

“Ысын ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә тейеш” – тигән әйтем бар.

Оло хөрмәтле кешебеҙ
Оло хөрмәтле кешебеҙ

Ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләгән олатайым Хәсән Ишмөхәмәтов та йорт та һалған, балалар ҙа үҫтергән, ағас та ултыртты. Әнәс Ғәффәр улы менән Хәдиә Рәхим ҡыҙының колхозсылар ғаиләһендә ете бала араһында икенсе булып донъяға тыуа ул. Олатайым бала саҡтан ижади булып үҫә, уны донъялағы барлыҡ нимә лә ҡыҙыҡһындыра, бигерәген дә техника менән мауыға. Бәләкәй генә малай, күршеләрендә экскаватор эшләгәнен күреп иҫе китә һәм нимә таба шунан уйынсыҡ экскаватор эшләп тә ҡуя. Күп балалы ғаилә ябай ғына йәшәгән, балалар үҙҙәре уйынсыҡ яһап уйнап үҫә. Улар ата-әсәһенән бер нимә һорамайҙар, сөнки ҡәҙерлеләренең иртәнән кискә тиклем колхозда нисек тир түккәндәрен күреп, аңлап үҫәләр. Өлкәнерәк балалары кескәйҙәрен тәрбиәләйҙәр, өй эштәрендә лә булышалар: утын, күмер ташып мейес яғалар, һыу керетәләр, баҡса үҫтереү, ҡош-ҡорт көтөү һәм башҡа эштәр етәрлек була.
- Бала саҡта күп хәлдәр булды инде. Бер саҡ йәш ярымлыҡ ҡустым Ильясты ҡарарға һәм ҡаҙ көтөргә ҡушып киттеләр миңә. Улар араһында йүгереп йөрөй торғас Ильясты юғалттым. Шул саҡта ныҡ ҡурҡтым, ҡаҙҙы аяғыма бәйләнем дә ҡустымды эҙләргә керештем. Илай-илай эҙләп өйгә керһәм, ҡормаға нимәлер уралғанын күрҙем. Ул арып, ҡормаға буталанып йоҡлап киткән булған. Әле лә беҙ, Аллаға шөкөр, туғандарыбыҙ менән берҙәм йәшәйбеҙ, – тип иҫләп алды олатайым.
Хәсән Әнәс улы үҙенең беренсе уҡытыусылары Нәжибә Әкбәрова менән Фархинур Усмановаларҙы ла йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.

- Көтөүсе булып ялландыҡ. Көнө буйы йәйәү йөрөйбөҙ, ат булманы. Кисен аяҡтарҙа баҫып торорлоҡ түгел, ныҡ һыҙлайҙар ине. Беҙҙең арып ҡайтҡанды күреп әсәйебеҙ: “Көтөүсе булмаҫ өсөн яҡшы һөнәр үҙләштерерһегеҙ”, - тип әйткәне иҫтә ҡалған. Ә беҙ күҙ йәштәрен сығарып: “Аяҡһыҙ килеш яҡшы һөнәр һайлап буламы ни”, тип әйтә торғайныҡ, - ти олатайым. Уның яратҡан дәрестәре математика һәм физика булған. 

Барлыҡ балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре исеменән иң ҙур ейәнсәре Карина НИКИТИНА

Хат тулы килеш иртәгә гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас