Ул 48 йыл дауамында августың 23-ө тәҙрә төбөнә ҡунып, йөрәк түренән сыҡҡан мөхәббәт, йылылыҡ, рәхмәт хистәре менән йыйылған. Уның матурлығы!!! Бер флорист та әллә ниндәй затлы сәскәләрҙән йыйһа ла, ундай йәнле, оло ихтирам, наҙ, иғтибар менән һуғарылған гөлләмәне йыя алмай!
Был сәскәләрҙе әтейебеҙ әнейебеҙҙең тыуған көнөнә йыйып ҡуйған. Уны тост та, ҡотлау әйтеп тә бирмәй ул, тыйнаҡ ҡына вазаға урынлаштыра. Шулай кәрәк. Шулай өйрәнелгән. Тәртибе шул. Бәхет тыныс булырға тейеш. Ошо ябай ғына гөлләмә әнейебеҙгә генә түгел, бөтәбеҙгә лә күпме ҡыуаныс, дәрт, илһам өҫтәй. Һәм беҙ, балалары, тағы ла бер йылға БӘХЕТ энергияһына төрөнөп, яңы һулыш менән тормош һуҡмағынан алға атлайбыҙ. Беҙ, Аллаға шөкөр, иң бәхетлеһе – беҙҙең әтей һәм әнейебеҙ бар!
...Йәй буйы өй тулы бала! Әтей уларға “Нишләп бөтәгеҙ ҙә беҙгә киләһегеҙ, әллә бында бал һыланғанмы”, тип шаярта.
Сәриә ИШҺАРИНА.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.