- Беҙҙең яҡта колхоз булғас, мал кәмеүе бик һиҙелмәй. Әле беҙҙең участкаға туғыҙ ауыл һәм “Искра” менән “Түкән” хужалыҡтары ҡарай. Барлығы 3200 тирәһе эре мөгөҙлө мал, 250 баш ат иҫәптә. Колхоз һәм феремерҙар малдары күпләп тора.
- Хужаларҙың да төрлөһө була бит? Кешеләр менән эшләүе ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаймы?
- Эйе, беҙҙең бүлексәгә ҡараған 9 ауылда 650 йорт. Шул ауылдарҙа йәшәгән һәр бер кеше менән уртаҡ тел табырға, һәр ҡайһыһына ярай ҙа белергә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, психолог эше лә беҙгә ят түгел. Тағы шуны ла әйтеп үтер инем, малдар ҙа бит тере йәндәр, улар ҙа барыһын да һиҙә, уларға ла иғтибар кәрәк. Шуға ла кешеләрҙән малдарҙы аҫыраған һарайҙы, кәртә-ҡураларҙы тәртиптә тотоуҙарын һорар инем.
- Һеҙгә алмаш булырҙай йәштәр бармы?
- Юҡ...
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды.