"Йәшлек" мәҙәниәт һарайында Көйөргәҙе районы башлығы булып тиҫтәләгән йылдар эшләгән Раил Әбдрәшитовҡа 85 йәш тулыуға бәйле тантана башланды. Раил Абдулла улы менән бергә эшләгән егет-ҡыҙҙар (уларҙы әбей-бабайҙар тип әйтергә тел бармай), бөтәһе лә байрамға килгән. Йөҙҙәре шатлыҡ менән балҡый, әммә саҡ ҡына һағыш һыҙаттары ла сағылды кеүек - гөрләтеп эшләгән дәртле саҡтарын кем һағынмаҫ?
Репортад гәзиттә иртәгә баҫыла.