Все новости
Юбилейҙар
24 Декабря 2023, 13:38

Нур сәсеүе

Яҙмыш бәләкәйҙән Нурия апаны ҙур һынауҙар аша үткәреп, сыныҡтыра, тәрбиәләй.

Нур сәсеүе
Нур сәсеүе

Ул яңы ғына тәпәй баҫа башлағанда атаһы Нурғәли әлеге лә баяғы яуыз хәмер арҡаһында апаһы Мәүлиҙә һәм йәш әсәһен яҙмыш ҡосағына ташлап, Ташкент яғына сығып китә лә, ҡыҙ 7 класта уҡығанда, шунда һыуға батып мәрхүм була.
Нурия апа бәләкәйҙән ныҡыш, үҙ һүҙле булыуы арҡаһында 6 йәшендә үк әсәһенән портфель һатып алдыра ла мәктәпкә уҡырға бара һәм тәүге уҡытыусыһын күреү менән ҡайтҡас та әсәһенә: “Мин ҙур үҫкәс уҡытыусы булам”, - тип әсәһен ҡыуандыра һәм әйткән һүҙенә бөтә ғүмеренә тоғро булып ҡала.
Өләсәһе Фәғилә ауылда эшсән, дини булыуы менән айырылып тора һәм бәләкәйҙән ейәнсәренә Аллаһ тураһында һөйләп, уға дөрөҫ тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Башланғыс класты тамамлағас, Нурия ауылдаштары менән бергә 9 саҡрым алыҫлыҡтағы Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Буйға бәләкәй Нурияға уҡыу өсөн яҙлы-көҙлө велосипедта йөрөү, интернатта йәшәй башлағас, ямғырҙа һәм ҡышҡы буранда, ялдарҙа йәйәү ҡайтыу еңелдән булмағандыр инде, ни хәл итәһең, заманы ла шулай булды бит. Ләкин ғилем алыуға булған теләк уны бер нәмәнән дә ҡурҡытмай, сөнки өләсәһе уға гел: “Уҡыһаң, кеше булырһың”, - тип ҡабатлай торған була.

Һеҙҙе ихлас хөрмәтләүсе шәкерттәрегеҙ.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: