Ошо уңайҙан бөгөн ҡунаҡ йыйҙы. Өйөнә саҡ һыйҙыҡ. Апайыбыҙға 70 тулды, ҙур байрам, килмәгән кеше ҡалмаған - туғандар, дуҫтар, фекерҙәштәр.
Теләгән теләктәр ныҡ күп булды, саҡ ҡына үкенесле ере лә булды, әлбиттә (унһыҙ тормош бармай).
- Фәйеземә бала табып бирә алманым, - тине Нурия Нурғәли ҡыҙы.
Табындағылар ризаһыҙлыҡ белдерҙе, бына ғәләмәт, табырһығыҙ әле, ғүмер әле бөтмәгән. Ҡунаҡта егет менән ҡыҙ һымаҡ йөрөгән пар - Нурия менән Фәйез - шунда уҡ риза булды (үҙҙәренең хәлен уларҙан башҡа кем белһен): ысын, табабыҙ.
Нурия Хәлилованы ҡотлап, тәбрик һүҙҙәрен әйтеп сығып барышлай ҡысҡырып ҡалдылар: бәпес туйына ла килегеҙ. Килербеҙ - булдырыр былар.