Все новости
Юбилейҙар
22 Января , 14:15

Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян

Уны ҡотларға килгән 

Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Элек, ҡулына ниндәйҙер тәмлекәс тотоп ҡайтһалар, баланы алдатып, ҡуян күстәнәс биреп ебәрҙе тиерҙәр ине ололар. Ә бында ҡуян, күстейен кемдер аша биреп ебәрмәгән, үҙе килгән. Был хәлгә, әлбиттә, барыһы ла (коллективы) илерешеп ҡыуанған. Сөнки Рөстәм абзыларын беләләр: йомарт күңелле ул, килтергәнде бер үҙе ашап бөтмәҫ. Бөтөн Илкәнәй, Бәләкәй, Яңы Муса, Йомағужа, Ҡарағай ауылдары халҡы менән йөрәк йылыһын, күңел байлығын тигеҙ бүлеп эшләй ҙә ул, шуға уны яраталар ҙа. 
Артабан да, барыһы ла уртаҡ булып, байлыҡта, татыулыҡта йәшәргә яҙһын ине һеҙгә, дуҫтар. Ҡуяны ла, башҡаһы ла күстәнәстәр алып килер юбилейҙарығыҙ алда күп булһын, Рөстәм абзый. 
Автор:
Читайте нас: