- Аллаға шөкөр, яҡшы кәйеф менән ҡаршы алам. Бер һүҙ менән әйткәндә, егеттәрсә!
- Ярты быуаттан артыҡ ғүмер ул әҙ түгел, шулай булғас, артҡа ҡарап ниндәйҙер һығымта ла яһайһығыҙҙыр?
- Әлбиттә, ғүмер үткән һайын үҙ тормошоңдо барлап, баһа бирә бараһың. Минең алда әле эшләнмәгән эштәрем байтаҡ, пландарым да күп. Шулай булғас, тик алға ҡарап йәшәйбеҙ.
- Һеҙ берәй заман ауыл биләмәһе башлығы булырмын, тип уйлай торғайнығыҙмы?
- Юҡ, бер ҙә уйламай торғайным. Мин бала саҡтан ер кешеһе булып үҫтем. Атайым тракторсы, әсәйем Һауынсы булып эшләне. Биш балалы ғаиләлә татыу, бар эште лә бергәләп эшләп үҫтек. Ғөмүмән, ауыл балалары бер эштән дә ҡурҡмай, төрлө яҡлап сынығып үҫәләр, мин дә шулай булдым. Хеҙмәт юлымды Таймаҫ совхозының Үрнәк бүлегендә бухгалтер булып башланым. Аҙаҡ тракторға күстем. 1999 йылда инде фермерлыҡ эшен башланым, ә башлыҡ булырмын тигән уй бер ҙә башымда булманы.
- Башлыҡ булыуығыҙға үкенмәйһегеҙме?
Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.