Маяҡ мәктәп интернатында беҙгә бик төплө белем бирҙеләр, балаларҙы (ә унда башлыса етем-еҫер уҡыны) төрлө ауылдарҙан йыя торғайнылар. Тәнәфес ваҡытында вальс бейейбеҙ. Мин тәүҙә бер ҡыҙ менән бейенем, аҙаҡ вальсҡа Тамараны саҡырҙым һәм башҡаса бүтәне менән бейемәнем. Башҡаһына күңелем тартманы. Уҡып бөткәс, икәүләп Өфөгә киттек, Тамара медвузға, мин тарих факультетына. Икебеҙ ҙә инә алманыҡ. Ҡайтып, эшкә индек. Торараҡ Тамара Стәрлетамаҡ культура техникумына кергәс, мин дә, тот та, уның артынан сап. Шулай культура кешеләре булып киттек.
- Ә улайһа, нисек милиционер булып киттегеҙ?
- Күпмелер йәшәгәс, Тамара Силәбеләге культура академияһына уҡырға инде. Минең ҡан ҡыҙҙы - нисек инде өйҙә ҡатын юғары белемле була, ә мин техникумдан ары китә алмай йөрөйөммө? Өфөгә юридик факультетҡа индем, аҙаҡ Яңы Морапталға участковый булып эшкә килдем. Ул заманда Төйлөгәнгә киткән юл янында күп енәйәт ҡылына ине, кемделер көсләһендәрме, һуйһындармы. Шул боролошта милиция посы ҡайҙыҡ, ут бағаналары ултырттыҡ. Енәйәттәр ҡылыу туҡтаны. Тамараны балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп алдылар, юғары белеме культработник районда ул бер үҙе, бер ваҡыт сәхнәгә балалар баҡсаһында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы сығарҙы, А ну ка, девушки бәйгеһе ине ахры. Бер ир залдан тамашаны ҡарап ултырған да "Бәй, биҙәндереп, кейендереп ебәрһәң, минең ҡатын да нишауа ғына икән дә" тигән икән.
Ошондай тамашалар ҡуйғанын ул саҡтағы район башлығы Раил Әбдрәшитов күреп ҡалған....
- Гел күгәрсендәй гөрләшеп йәшәмәгәнһегеҙҙер, ғаиләлә тыныслыҡты нисек һаҡларға?
- Тамара туҙына башлаһа, мин тәҙрә янына бара ла, тышҡа ҡарай ҙа, өндәшмәй тик тора торғайным...
- Мин саңғыла ил буйынса призер булған кеше, йөҙөү буйынса ла алдынғы булдым, әле лә шулай.
- Тамара апай. һаман булһа спорт ярыштарында ҡатнашаһығыҙмы?
- Әлбиттә. Йәл, Ермолаеволағы бассейнды һаман төҙөп бөтмәйҙәр, ағинәйҙәремде, рәхәтләндереп, шунда йөҙҙөрөр инем...
Т. Малбаеваның юбилейына, Малбаевтарҙың бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулыуға бәйле әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.