17 февраль көндө һөйөклө хәләл ефетем, 3 гүзәл ҡыҙымдың әсәһе, 4 ейәнсәребеҙҙең яратҡан өләсәһе һәм 2 бүләсәбеҙҙең һөйөп туймаҫ ҡарт өләсәһе, Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ул ғына түгел, быйылғы йылда тағы ла бер тантана, бергә бәхетле тормош көткәнебеҙгә 55 йыл тула. Тамара Рәшит ҡыҙы үҙе һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләне. Стәрлебаш районында мәҙәниәт һарайы директоры, мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡарҙы. 80-се йылдарҙа тыуған районына күсеп ҡайтҡас тағы ла мәҙәниәт өлкәһендә, Мораптал ауылы клубында методист, директор вазифаларын уңышлы башҡарып килде. 1986 йылда Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт бүлеген етәкләне, шул уҡ ваҡытта Күмерселәр һарайында башҡорт халыҡ театрында режиссер взифаһын башҡарып, бик күп матур спектаклдәр сығарҙы.
1992 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы, Башҡортостан радиоредакцияһының Күмертау һәм Көйөргәҙе районы буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Уның үҙенсәлекле, моңло тауышын Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районында ғына түгел, ә бөтә республика кимәлендә лә яратып тыңланылар. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарҙы һәм һәр ваҡыт хөрмәткә, маҡтауҙарға лайыҡ булды. 48 йыл эш стажы тултырып, мәҙәниәт министрлығы, Бөтә Рәсәй башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты дипломдары һәм грамоталарына лайыҡ булды.
2004 йылдың 17 февралендә, үҙенең тыуған көнө, тыуған сәғәтендә Башҡоростандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡулынан Почет грамотаһы алыу бәхетенә лә иреште.
Эшһеҙ тора алмаған Тамара Рәшит ҡыҙы 2004 йылдан 2009 йылға тиклем район культура һарайында өлкән методист вазифаһын башҡара. Район ауылдарында мәҙәниәтте үҫтереүгә бик күп көс һала. Ошо дәүерҙә район мәҙәниәт бүлеген етәкләгән тормош иптәше Фәниргә оло терәк, ҙур ярҙамсы була. Ауыл клубтарына ҡараш үҙгәрә, эштәренең әһәмиәте арта. Уның ҡул аҫтында мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр әле булһа Тамара Рәшит ҡыҙын тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар, әле һаман хөрмәт итәләр. Мәҙәниәт өлкәһендә оло эш тәжрибәһе туплаған блгесте 2005 йылда “Дуҫлыҡ” республика милли-мәҙәниәт үҙәгенә башҡорт телендә үткәрелгән сараларҙы әҙерләүсе һәм үткәреүсе консультант итеп эшкә саҡыралар. Был эштә лә йөҙөн ҡыҙартмай эшләй һәм бик күп мәҙәни саралар үткәрә.
Мөхәббәтебеҙ емештәре Лилиә, Айгөл, Лиана ҡыҙҙарыбыҙ, үҙ юлдарын табып, үҙ аллы тормош көтәләр. Барыһы ла юғары белемле, әсәләренә оҡшап, аш-һыуға, ҡул эштәренә маһирҙар. Тамара Рәшит ҡыҙы баҡса эштәрен дә еренә еткереп, яратып, күңел йылыһы биреп башҡара. Емеш-еләк үҫтерә, ә йәй көндәрендә ишек алды аллы-гөллө сәскәләр менән тула.
Әлеге көндә лә тынғы белмәй Тамара Рәшит ҡыҙы. Көйөргәҙе районы ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй. Район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа бик актив ҡатнашлыҡ итәләр. Көйөргәҙе ағинәйҙәренең “Алтын тирмә”, “Бәхетнамә”, “Туғанлыҡ дәрәжәһе”, “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” телевизион тапшырыуҙарына саҡырылыуҙары был турала үҙе һөйләй. Һәр – бер ауыл биләмәһендә “ағинәйҙәр” ойошмалары бик әүҙем эшләп килә, ауыл биләмәһе, йәки район кимәлендә үткәрелгән саралар уларҙан башҡа үтмәй тип әйтһәк тә бик урынлы булыр ине.
Ошо уңайҙан тормош иптәшемде, яратҡан әсәйебеҙҙе, һөйөклө өләсәйебеҙҙе ысын йөрәктән күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Уға иҫәнлек, һаулыҡ, тормош бәхете теләйбеҙ. Һәр ваҡытта ла беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме, бүлә-бүләсәләреңә яратҡан өләсәй, ҡарт өләсәй булып оҙаҡ-оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ.
Үҙҙәренең иң изге теләктәрен тормош иптәшең Фәнир, ҡыҙҙарың Лилиә, Айгөл, Лиана, кейәүҙәрең Алик, Динар, Руслан, Илдар, ейәнсәрҙәрең Ләйсән, Мәҙинә, Әминә, Ралина, бүләсәләрең Ләйлә һәм Әмилә еткерә.