Все новости
Юбилейҙар
17 Февраля , 10:30

Өлөшөмә тейгән көмөшөм

Фәнир МАЛБАЕВ: 

Өлөшөмә тейгән көмөшөм
Өлөшөмә тейгән көмөшөм

Мотал ҡыҙына
Матур ҡыҙҙар ҡайҙа тиһәң Үрге Моталда үҫкән,
«Ҡыҙҙар тауында» бейегән, «Сорағол» һыуын эскән.

«Халыҡ әйтһә хаҡ әйтә» - тип юҡҡа әйтмәйҙәр иән,
Ысынлап та матур ҡыҙҙар Үрге Моталда үҫкән.

Атайым яусы ебәреп алдырған Мотал ҡыҙын,
Әсәйем дә һәр саҡ булды «уңған» һәм «матур» килен.

Яҙмыш юлым аҙаштырмай боролдо шул яҡтарға,
Моталдың иң сибәр ҡыҙын һөйҙөрмәнем яттарҙан.

Һөйгәнемә вәғәҙә бирҙем ҡушҡайынына бағып,
Мөхәббәтем, шишмә башым, һыу булып китте ағып.

Бергә бәйләп яҙмыштарҙы, иңгә терәп иңдәрҙе,
Һоҡландырғыс тормош көттөк, берләштереп уйҙарҙы.

Үткән ғүмерҙе баһалап ваҡыт әйтер үҙ һүҙен.
Тик мин һаман ғашиҡ һиңә, Үрге Моталдың ҡыҙы.



Өлөшөмә тейгән көмөшөм
Күҙ һалам да үткән йәшлегемә, нишләп тимен шулай йәшәнем,
Өлөшөмә тейгән көмөш эҙләп йәрҙәр һөйҙөм, йәрҙәр ташланым.
Хыялымда йөрөгән һылыу ҡыҙҙы саф һыуҙарҙа күрҙем, инештә...
Һин булмаһаң, бәлки, булмаҫ ине өлөшөмә тейгән көмөш тә.

Һине һөймәй мөмкин түгел ине, зифа буйың, сихри матурлыҡ.
Күҙҙәреңә ҡарап «һөйәм» тейеү минең өсөн булды батырлыҡ.
Ҡайһы яғым һиңә килешкәндер, йөрәк ҡылың нисек ҡаҡҡанмын,
Таштай ғорурлыҡты эретерлек иркә һүҙҙәр ҡайҙан тапҡанмын…

Йылдар үтте… Бөгөн килеп бына, ҙур байрамың, оло тантанаң.
Абруйыңа һинең ғорурланам, ижад эштәреңә таң ҡалам.
Үрҙәргә гел бергә үрләнек беҙ, һиңә бәйле бөтә тормошом,
Ғүмер йәрем, йәнем, алтыным һин, өлөшөмә тейгән көмөшөм.

Автор:
Читайте нас: