Ул - тырыш, уңған, өлгөлө ғаилә башлығы. Еңгәйем Минжиһан менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уҡытып, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Өс балаһы ла ғаилә ҡороп, икешәр бала үҫтерәләр. Абзыйым менән еңгәм бәхетле олатай һәм өләсәй булып ейәндәрен көтөп алалар, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
Рәүил абзыйыбыҙ бар ғүмере буйына тыуған ауылыбыҙ Яманһарыла намыҫлы хеҙмәт итте.
1973 йылда ғаиләбеҙгә ауыр ҡайғы килде, атайыбыҙ ҡаты ауырып, мәрхүм булды. Ул саҡта ғаиләләге иң өлкән бала - абзыйыбыҙ әрме сафтарында хеҙмәт итә, әнәйебеҙ 6 бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Шуға күрә лә абзыйыбыҙ хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас ауылда ҡала, тракторсы һөнәренә уҡып сығып, совхозға эшкә керә.
1976-1978 йылдарҙа беҙ ауылдан бер төркөм балалар уҡыуыбыҙҙы (9-10 кластарҙа) Мораптал урта мәктәбендә дауам иттек.
Ялға ауылға ҡайтыу өсөн сана тағылған трактор ебәрә инеләр. Әле ул килеп алһа, үҙе ҙур ҡыуаныс. Тракторсы инде минең абзыйым!
Ауылда ул төрлө ерҙә эшләй. Клуб мөдире лә, яғыулыҡтар заправкаһында ла эшләргә тура килә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен еренә еткереп, намыҫлы башҡара. Пенсияға сыҡһа ла, тик ятманы ул, ауылдың старостаһы булып йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып йөрөй.
Абзыйыбыҙҙы яҡынлашып килгән оло байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, еңгәйебеҙ менән тиң-тигеҙ ғүмер теләйбеҙ. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, йән тыныслығында оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Тыуған ауылыбыҙҙа һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып торған абзыйыбыҙ һәм еңгәйебеҙ булыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер бирһен, тип теләйбеҙ.
Гөлназ ЙӘМИЛОВА