Зәк-Ишмәт ауылында ярты быуат бергә ғүмер итеүсе Хәсән һәм Светлана Ишмөхәмәтовтарҙы белмәгәндәр һирәктер. Оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоноп парлы ғүмер итеүсе Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе күптәр өсөн өлгө булып тора.
- Бергә үткән ярты быуат ғүмер - бер миҙгел кеүек кенә уҙҙы ла китте. Юҡҡа әйтмәйҙәр икән, олоғайған һайын иҫтәлектәр күбәйә, тип. Туй көнөбөҙ бөгөнгөләй хәтеремдә, ул бәхетле көнөбөҙҙө мин ниндәйҙер йылылыҡ, наҙ менән иҫемә алам. Беҙ Өфө ҡалаһының К.Маркс урамында урынлашҡан никах һарайында ғаиләбеҙҙе официаль рәүештә теркәнек. Яҙғы наҙлы иләҫ ел, бөрөләнгән ағастар, иртәнге ҡояш нурҙары, барыһы ла беҙҙе ихласлап сәләмләне һәм беҙҙең ғаилә ҡороуобыҙ тураһындағы ҡарарыбыҙға фатиха биргәндәй тойолдо. Ошо тиклем ғүмер юлы үткәндән һуң да ышаныслы әйтә алам, тормош юлынан бергә атлар кешемде дөрөҫ һайлағанмын. Аллаһы Тәғәләмә мең рәхмәт, тап Хәсән Әнәс улын миңә пар итеп, беҙҙе осраштырып, ҡауыштырғаны өсөн. Беҙ уның менән бик бәхетле ғүмер юлы үттек,- тип иҫтәлектәргә бирелә Светлана Хөрмәт ҡыҙы.
Светлана Хөрмәт ҡыҙы һәм Хәсән Әнәс улы Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алып йөрөгәндә танышалар, ике йыл самаһы осрашып йөрөгәндән һуң өйләнергә булалар. Йәштәр төрлө райондан булғас, ата-әсәләре уларҙан йыраҡ булыу сәбәпле, төп мәжлесте йәйгелеккә ҡалдырып, яҙылышыу тантанаһын студенттарса ғына, баш ҡалала үткәреп торорға ризалашалар.
Институтты тамамлағас йәштәр егеттең тыуған яғы, Зәк-Ишмәт ауылына ҡайтып, ошо ауыл мәктәбендә физика һәм математика дәрестәренән уҡыта башлайҙар. Йәштәр 5 йылға яҡын Хәсән Әнәс улының ата-әсәһе менән бергә, уларҙың күп балалы, ишле ғаиләһендә ғүмер итәләр. Ғаилә башлығы ат ҡараусы, тормош иптәше конторҙа иҙән йыуыусы булып эшләгән ябай ауыл ғаиләһендә 7 бала тейешле белем алып, тәрбиәле, тәртипле, күп яҡлы, талантлы булып үҫә. Тап ошо татыу, тырыш, алсаҡ күңелле, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, асыҡ һәм ябай кешеләрҙән торған ғаиләлә нығынған, уларҙан өлгө алған Светлана апай һәм Хәсән ағайҙың йәш ғаиләһе лә тормош юлынан һынатмай атлай.
1974 йылдан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Хәсән Әнәс улы һәм Светлана Хөрмәт ҡыҙы бик татыу ғүмер итәләр. Ауылға күсеп ҡайтҡаны бирле бер мәктәптә эшләп, бар булмыштарын балаларға белем биреүгә бағышлаған ике йән. Хәсән Әнәс улы дәрестәр алып барыу менән берлектә завуч булып эшләй, һуңынан оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын да намыҫлы башҡара. Уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре әле һаман уны тик йылы хәтирәләр менән яратып һәм хөрмәт итеп иҫкә алалар, һаман булһа ла уның төплө кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, хәлдәрен һорашып торалар.
Күркәм ғаилә биш балаға ғүмер бүләк итә. Ишмөхәмәтовтар балаларына кеше өсөн хас булған барлыҡ күркәм һыҙаттарҙы һалып, лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерәләр. Ололарҙы ололай, кеселәрҙе кеселәй белеп, һәр кешегә ихтирамлы, эшһөйәр, тырыш һәм йәмәғәткә файҙалы булып үҫеп буй етә балалары. Бөгөнгө көндә улар һәр береһе белем алып, үҙенә хас һөнәрен үҙләштереп, ғаиләләр ҡороп, инде үҙҙәре өләсәй-олатай бәхетен татып йәшәйҙәр. Атай-әсәйҙәрен дә онотмайҙар, тыуған йорттарына йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар.
- Татыу ғаиләнең төп сере - ул мөхәббәт, тоғролоҡ, түҙемлек, бер-береңде хөрмәт итеү, бер-береңә ышанып, аңлашып, бер-береңде хәстәрләп йәшәүҙә...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.