Все новости
Юбилейҙар
6 Мая , 16:37

ЯРАТҠАН ҺӨНӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ

Күмертауҙа йәшәгән мәрхүм журналист Мостафа Солтанов шулай хәтерләй торғайны:

ЯРАТҠАН ҺӨНӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ
ЯРАТҠАН ҺӨНӘРГӘ ТОҒРОЛОҠ

– 1973 йылдың кѳҙѳндә мин эшләгән «Ильич юлы» район гәзите редакцияһына дәфтәр тотҡан бер малай килеп инде. Типография эргәһендәге Юрий Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат–мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Тәлғәт Шаһманов ине ул. «Елдәр генә илай тигән» хикәйә яҙып алып килгән икән. Оҙаҡламай ул әҫәр гәзиттә донъя күрҙе. Шағир Мѳхәмәт Илбаев «Ильич юлы»нда баҫылған, редакция исеменә килгән хаттарға күҙәтеү яһағанда Тәлғәттең хикәйәһенә ыңғай баһа биреп үтте.
Һуңынан, 2005 йылдан алып 2019 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы, шул уҡ типография бинаһында башҡорт әҙәби телендә сығыусы «Юшатыр» гәзитендә яуаплы сәркәтип булып эшләгән журналистың исеме хәҙер республикабыҙ уҡыусыларына яҡшы таныш. Тәлғәт Шаһмановтың тѳрлѳ темаларға яҙылған мәҡәләләре төрлө йылдарҙа республика гәзит-журналдарында баҫылды, баҫылып тора.
Тәлғәт Ғиндулла улы бәләкәйҙән үк халыҡ ауыҙ-тел ижадына, әҙәбиәт донъяһына ғашиҡ булып үҫә. 

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: