Зәк-Ишмәт ауылында ла бар бәхетле йәндәр. Светлана Хөрмәт ҡыҙы менән Хәсән Әнәс улының иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә - 50 йыл. Ошо датаға арнап, ауылдары клубында “Алтын туй” тип аталған матур сара үтте. Хөрмәткә лайыҡлы парҙарҙы ҡотларға ауыл халҡы йыйылды. Ишмөхәмәтовтарға арналған байрамды Зәк-Ишмәт ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә алып барҙылар. Әлфиә Йосопова уларҙың хеҙмәт юлдарын һөйләһә, Рәмилә Әкбәрова ҡотлауҙы йырҙары аша еткерҙе. Оло йөрәкле хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙы мәктәп коллективы ла ихлас күңелдән тәбрик итте. Ауыл биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов юбилярҙарға изге теләктәрен әйтеп, бүләктәрен тапшырҙы. Район ҡатын-ҡыҙҙары Советы рәйесе Вера Фросина матур һүҙҙәрен йәлләмәне, юбилярҙарға ҡарап, үҙенең һоҡланыуын белдерҙе. Район «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы коллективы исеменән юбилярҙарҙы Азамат Туйгилдин ҡотланы. Ул үҙенең моңло ла, дәртле лә йырҙарын бүләк итте. Ҡурайҙа уйнап, бейетеп тә алды.
Светлана менән Хәсән Ишмөхәмәтовтар икеһе лә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университетта уҡығандар. Улар шунда танышҡандар ҙа инде. Ҡулына вуз дипломы алған Светлана Хөрмәт ҡыҙы тыуған яғы Белоретҡа йүнәлтмә алған булған. Ләкин гүзәленә күптән ғашиҡ булып йөрөгән Хәсән Әнәс улы, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға була – һөйгәнен Зәккә алып ҡайтып та китә. Шунан бирле уларҙың яҙмыштары бергә ҡушыла. Ишмөхәмәтовтарҙың хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу бар: беренсеһе Зәк-Ишмәт мәкәбенә эшкә урынлашыу тураһында булһа, икенсеһе, пенсия йәше тулыу сәбәпле, эштән китеү хаҡында. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла, уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. Мөхәббәтле ғаиләлә биш бала тәрбиәләнеп үҫә. Улар ата-әсәһе менән ғорурланып йәшәйҙәр.
- Тигеҙ ғүмер биргәнгә Хоҙайға рәхмәтлебеҙ. Донъялар ғына тыныс булһын, барыһы ла бар хәҙер. Бәхетле олатай һәм өләсәйбеҙ. Бәхет өсөн беҙгә шул етә, иҫәнлек кенә булһын, тип теләйбеҙ, - ти Ишмөхәмәтовтар.
Бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлашып йәшәгәнгә күрә, ғүмер үткәне һиҙелмәгән дә. Татыу йәшәүҙең серен Светлана апай менән Хәсән ағай үҙ миҫалдарында дәлилләйҙәр һәм йәштәргә өлгө булып торалар.
Рәмилә Әкбәрова, Зәк-Ишмәт ауылы:
- Был матур пар тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтеп була. Бер-береһен улар тулыландырып йәшәйҙәр. Хәсән Әнәс улы алып барған дәрестәрҙе уның уҡыусылары һаман һағынып телгә алалар. Темаларҙы шул хәтлем аңлайышлы итеп аңлатты, балалар рәхәтләнеп уҡынылар. Тарих менән дә ҡыҙыҡһына, ололарҙан һорашып ауылыбыҙ тарихын да яҙыусы ул. Хәҙер улар хаҡлы ялда. Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе бар яҡлап та килгәндәр. Ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ, ярҙамсыл. Хәсәндең хәтере ныҡлығына ла таң ҡалырлыҡ. Ул урман, яландарҙағы барлыҡ, хатта ҡороған шишмәләрҙең дә исемдәрен һәм ҡайҙа икәндәрен белә, күрһәтеп тә сыға. Ауылын, уның кешеләрен яратҡан шәхес ул. Оҫта мейессе лә үҙе, уның сығарған мейестәрен һаман ҡулланыусылар бар. Ә Светлана Хөрмәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас та, 2008 йылдан 2023 йылға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһын етәкләне. Уның кеүек эшләүсе етәксе булманы. Ҡыҙҙарҙы ла тыңлата белде, үҙе лә ныҡ тырыш булды. Светлананың бешергән аштары шул тиклем тәмле, районда үткән төрлө сараларға бешерә. Ғөмүмән әйткәндә, уларҙың икеһенең дә һанап бөткөһөҙ хеҙмәттәре бихисап маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Оло ихтирамға лайыҡ ғаиләнең байрам сараһы ла шул хәтлем күңелгә ятышлы булды. Икенсе өлөшө яҡындары менән өйҙәрендә дауам итте. Белореттан Светлана Хөрмәт ҡыҙының туғандары ла килгәйне. Ағаһы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Нурислам Шәйхуловтың балалары, РФ-ның журналистар союзы ағзаһы Гөлсөм Мостафина, педагогия фәндәре кандидаты, яҙыусы Рамаҙан Шәйхуловтар юбилярҙар менән хаҡлы рәүештә ғорурланыуҙарын белдерҙеләр. Иҫтәлеккә аталары сығарған китапы тапшырҙылар.
Әнәс Хәсән улы менән Светлана Хөрмәт ҡыҙының ҡыҙҙары Земфира менән ейәнсәрҙәре Каринаның иҫ китмәле матур итеп бейеүҙәре байрамды тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе.
Айгөл ХАЛИҠОВА
“Ғаилә - кеше өсөн иң мөһиме. Рәсәй Президенты иғлан иткән Ғаилә йылында ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҫтереү, ғаиләләргә ярҙам итеүҙең хоҡуҡи базаһын үҫтереү өсөн билдәле бер этәргес көс биреләсәк”, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.