Все новости
Юбилейҙар
14 Октября , 15:02

"Төп һыҙаты - сабырлыҡ"

Ҡарай ауылында йәшәүсе Зөбәржәт Кинйәмырҙа ҡыҙы Хәйбуллина ошо көндәрҙә оло юбилейын - 90 йәшен билдәләй.

"Төп һыҙаты - сабырлыҡ"
"Төп һыҙаты - сабырлыҡ"

Уны күркәм байрамы менән ҡотларға тип ауыл биләмәһе хакимиәтенән дә килгәндәр.
Зөбәржәт Кинйәмырҙа ҡыҙы Илкәнәй ауылында 1932 йылда, декабрь айында донъяға килә. Ул ваҡытта донъяға килгәндерҙең йылдары, көндәре гел дөрөҫләп яҙылмаған, шул сәбәпле Зөбәржәт инәйебеҙҙе лә бер йылға йәшәртеп 1933 йылға яҙғандар. Һуғыш йылы балаларының иңенә төшкән бар ауырлыҡтарҙы ул да кисерә. Үҫеп буй еткәс Ҡарай ауылы егете Карам Хәйбуллинға тормошҡа сығып, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Зөбәржәт Кинйәмырҙа ҡыҙы Мораптал совхозының Абдул бүлексәһендә хаҡлы ялға сыҡҡансы бухгалтер булып эшләй. Ауылдаштары алдында хөрмәткә ҡаҙанған инәйебеҙ бөгөнгө көндә лә оло йәштә булыуына ҡарамай йүгереп йөрөп донъя көтә.
- Әнейебеҙ шул тиклем егәрле, тырыш, хеҙмәтһөйөүсән кеше ул. Әтейебеҙ менән беҙгә, ике ҡыҙҙарына ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерҙеләр, бер ваҡытта ла бер нимәгә ла мохтажлыҡ кисермәнек, өҫтөбөҙ таҙа, бөтөн булды. Ҡәҙерлеләребеҙ тырышып, туғандары менән ҡатышып, аралашып йәшәнеләр...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.  

Автор:
Читайте нас: