Саҙретдин һәм Факиһа Малбаевтарҙың оло ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә ул. Башланғыс белемде тыуған ауылы Илкәнәйҙә ала. Аҙаҡ инде Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан интернат-мәктәптә укый. Бейеүгә әүәҫ булған егет Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы культура – ағартыу училищеһының бейеү бүлегенә уҡырға инә. 2-се курста уҡыған сағында үҙенең классташы, ошо уҡ уҡыу йортоноң театр бүлегендә уҡыған Тамара Рәшит ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бына инде 56 йыл иңгә-иң терәп был донъяның ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын да уртаҡлашып, бик күптәргә матур өлгө булып йәшәп яталар.
Беҙҙең атайыбыҙ сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, йор һүҙле, мәрәкә яратыусы, йыр-моңға ғашиҡ кеше. Тотһа өҙҙөрөп баян, гармунда уйнап ебәрә, күңеле килһә йырлап, бейеп тә ала. Илһамланып алған саҡтарында шиғырҙар, йырҙар ҙа ижад итә. Бына шулай әсәйебеҙ менән иңгә-иң терәп, бер-береһен хөрмәт итеп, бер-береһенә кәрәк, терәк булып оло тормош юлында бергә атлайҙар. Уларҙың тормош юлдарында, бер ғаилә кеүек йәшәгән ут күршеләре, терәк-таяныс булған дуҫтары, һеҙҙең өсөн янып торған туғандарығыҙ булды. Әлеге ваҡытта ла шулай гөрләтеп йәшәп ятаһығыҙ. Атайыбыҙ, әсәйебеҙ ситтән тороп юғары белемле белгес булдылар, беҙгә, өс ҡыҙҙарына - Лилиә, Айгөл, Лианаға ла юғары белем алыуҙа бик күп көс һалып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫыуҙа ла тос өлөш индерҙеләр. Хәҙерге ваҡытта һәр беребеҙ үҙаллы тормош көтһәк тә һеҙҙең оло ярҙамығыҙҙы тойоп йәшәйбеҙ. Барыһы өсөн дә бик ҙур рәхмәт һеҙгә.
Беҙҙең өсөн атайыбыҙ һәр ваҡытта ла изгелекде, хәстәрлекле ғаилә башлығы, ныҡлы терәк, һәр ваҡытта ла кәрәк булды. Хеҙмәт юлын мәҙәниәт өлкәһендә башланы, ә һуңыраҡ эске эштәр министрлығына эшкә күсеп, 26 йыл хеҙмәт итеп подполковник званиеһына етеп хаҡлы ялға сыҡты. Эшһеҙ йәшәй алмаған атайыбыҙ киренән мәҙәниәт өлкәһенә ҡайтып 7 йыл тирәһе Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеген етәкләне һәм райондың мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Әлеге ваҡытта ла, тынғы белмәгән атайыбыҙ, Көйөргәҙе районы ветерандар ойошмаһы рәйесе булып эшләй, ә әсәйебеҙ районыбыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһын бик уңышлы етәкләп килә. Районыбыҙҙың йәмәғәт ойошмаларында актив ҡатнашлыҡ итәләр.
Ермолаево ауылында үҙ йорттарын һалып сығып, әлеге көндә аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән йортарында матур ғүмер кисерәләр. Ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Йәйгелеккә ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларын, ейәнсәрҙәрен йәшелсә, емеш-еләк менән һыйлайҙар. Ялдары матур үтһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған бында. Шуға күрә лә форсат сыҡҡан һайын ашығып, ашҡынып ҡайтабыҙ ата йортона.
Хөрмәтле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ!
Һине тағы ла бер тапҡыр оло тормош байрамың менән тәбрикләйбеҙ. Һиңә киләсәктә лә әсәйебҙ, өләсәйебеҙ, ҡартөләсәйебеҙ менән бергә, ныҡлы һаулыҡта, тигеҙлектә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Беҙҙең шатланып ҡайтыр йортобоҙ, рәхәтләнеп бергә йыйылып ултытыр урыныбыҙ булһын.
Әсәйебеҙ һиңә бүләккә ошо шиғырҙы һайлаған.
Бәхетлемен шулай һинең менән
Тормош юлын бергә уҙғанға.
Ҡулға-ҡул тотошоп, иңгә-иңде терәп,
Был донъяла тыныс йөҙгәнгә.
Тормошомда ныҡлы терәгем һин.
Минең берҙән берем һин генә.
Көн итәйек, хоҙайға рәхмәтле булып,
Ошо мәлгә килеп еткәнгә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Тамара Рәшит ҡыҙы, ҡыҙҙарың Лилиә, Айгөл, Лиана, кейәүҙәрең, ейәнсәрҙәрең, бүләсәләрең.
Атай һүҙе
Атай һинең уҙған юлдарыңды,
Хәтеремдән ҡат-ҡат урайым.
Уйсан ғына әйткән һүҙҙәреңде
Изгелеккә генә юрайым.
“Ныҡ бул балам”–тинең, “бирешеп барма”,
Тормош һынар һине ҡабатлап.
Йәшәү көсөң, ҡеүәттәрең артыр,
Дөрөҫ юлдан барһаң һин атлап.
Атай әйткән ябай һүҙҙәр менән
Тормош көтәм, донъя кисерәм.
Атай һүҙе һәр саҡ дөрөҫ сыға,
Ҡабат, ҡабат уны тикшерәм.
Атай һүҙҙәренән сыҡмай ғына
Йәшәй алһаҡ ине буталмай.
Түрҙә торһон ине атай һүҙе,
Өҫтөн торһон ине гел шулай.
Фәнир МАЛБАЕВ