Оло донъяға илткән ҙур юлда аҙымдарын яһаған балаларҙың бәләкәй йөрәгенә асҡыс таба белгән, уларҙың күңелдәренә изгелек, игелек, сафлыҡ орлоҡтары сәскән, уй-кисерештәрен аңлаған шәхес ул. Минең дә тәүге уҡытыусым Менәүәрә Мырҙағолова
тап шундайҙарҙан булды. Илкәнәй мәктәбендә беренсе класҡа беҙҙе ул ҡабул итте. Менәүәрә Рауил ҡыҙы тәүге дәрестәрҙән үк беҙҙең күңелдәребеҙгә ныҡлы рух, тыуған илде яратыу, туған телебеҙгә, милләтебеҙгә ҡарата һөйөү хистәре һала белде. Уның дәрестәре, үткәргән төрлө саралары һаман да иҫтә. Бер йыл ғына уҡытһа ла, ул беҙҙең күңелдәребеҙҙә онотолмаҫлыҡ йылы хәтирәләр булып уйылып ҡалды.
Үҙ һөнәренә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы ғына түгел, ә кәңәшсеһе лә, иң яҡын кешеләренең береһе лә булған уҡытыусыбыҙ бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһының “Перспектива” белем биреү комплексында үҙ эшен яратып дауам итә. Уның тотонған һәр бер башланғысына бар күңелен һалыуы ябай күҙгә лә күренеп тора.
Тыумышы менән Баймаҡ районынан ул Менәүәрә Рауил ҡыҙы. Данлыҡлы Темәс - тыуған ауылы. Күп балалы ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ булып донъяға килгән ул.
"Бала саҡтан уҡ тырышып уҡыным, – тип хәтерләй мәктәп йылдарын Менәүәрә Рауил ҡыҙы. – Мәктәптә уҙған бәйгеләр, төрлө кисәләр, тематик аҙналыҡтар, асыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай торғайным. Шуға, мәктәпте тамамлағас, минең алдымда кем булайым тигән һорау торманы. Бер ниндәй икеләнеүһеҙ уҡытыусы һөнәрен һайланым".
Бала саҡ хыялының ныҡлы икәнен аңлағас, Менәүәрә Рауил ҡыҙы Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә...
- Менәүәрә Рауил ҡыҙы, үткән тормошоғоҙға үкенмәйһегеҙме, әгәр ҙә тормошто кире үтеп булһа, үҙгәртер инегеҙме?
- Юҡ, бер ҙә үкенмәйем. Әгәр тормошто кире үтеү мөмкинлеге булһа, тап ошо юлымды һайлар инем. Һайлаған һөнәремә тоғролоҡ һәр саҡ ижади бейеклектәргә әйҙәй. Дәрестәремде төрлөләндереп, традицион булмаған эш алымдарына таянып үткәрергә тырышам. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә өҫтөнлөк бирәм. 2011 йылда ошо темаға Мифиахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында диплом эшен яҡланым. Дәрестә адаптив уҡытыу системаһын ҡулланыу, төркөмләп эшләү, проектлау методы, үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проблемалы уҡытыуҙың һөҙөмтәһе – уҡыусыларымдың ҡаҙаныштары.
Ғаиләмә килгәндә лә, Аллаға шөкөр, бик бәхетле ҡатын һәм әсәмен.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.