Беҙ апайыбыҙҙы, юбилейы менән ҡотлап, тәү сиратта һаулыҡ теләйбеҙ. Ижади уңыштар, бәхетле булып, артабан шулай үҙ уҡыусыларығыҙҙы ҡыуандырып йәшәргә яҙһын!
Ғүмеремдең етмеш баҫҡысына баҫып.
Хәл эсергә генә туҡталып,
Бар көсөмә, яңы һулыш менән,
Алға төбәләмен уҡталып.
Йәшәү өсөн йәндә ҡомар таша,
Йөрәк тибешенә көс биреп.
Уҙған ғүмереңә күҙ ташлайһың,
Йәшәлмәгән бушҡа, көс түгеп...
Заман менән бергә ҡуша атлап,
Иңдәремә алдым хәлемсә..
Донъя көттөм, балаларҙы баҡтым.
Насар йәшәмәнем, үҙемсә.
Етмеш баҫҡысымдың һәр береһе,
Һалынғандыр, бәлки, төрлөсә.
Береһе ҡаты, береһе шыйығыраҡ....
Йышылыуы булған үҙенсә...
Үткән һуҡмағым да, соҡор-саҡыр.
Абынған еремдә булғандыр.
Ҡайһылай ҙа үттем үҙ юлымды.
Яҙғанынан уҙып булмайҙыр.
Етмешемдең емештәрен тиреп,
Шөкөр тиеп, ултырам ҡыуанып.
Дуҫтарыма һәр саҡ өлөш бүлдем
Йәшәмәнем һис тә ҡыҙганып.
Таш атҡанға, ашым һоноп сыҡтым..
Кенә ҡыуып, үс тә тотманым.
Табынымда хәләл ризыҡ булды.
Харамына ҡулым йоҡманы
Шулай үтте ғүмер, үкенмәйем.
Үҙ ғүмерем үҙемә бик таман.
Юрғаныма ҡарап аяҡ һүҙам.
Артығына, етмәһә, самам.
Инде, Хоҙай, алда, ни яҙғандыр.
Бер үҙенә генә мәғлүмдер.
Мин ризамын, Раббым, яҙғаныңа.
Шөкөр итеп, барына күнәмдер.
Рима Ибраһимова-Әбйәлилова, Ҡотлоюл ауылы