Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
28 Октябрь , 16:01

Ышанмайым

Тәү күргәндә ул оҡшаманы.

Ышанмайым
Ышанмайым

Тупаҫ күренде. Ауыл менталитеты бит ҡалай: ситкә сыҡтыңмы, юғалып ҡалғандай булаһың, һәр кәстүм кейгәнен ҙур начальник тип ҡабул итәһең. Етмәһә, был кеше хәтәр сибәр ҙә булһа... Ҡойолаһың да төшәһең.

Ә ул сибәр. Беренсе осрашыу тигәне Яңы Таймаҫ мәктәбенән мине башҡорт теле уҡытыусылары семинарына ебәрҙеләр. Төп уҡытыусы әллә йыбанды, әллә башҡа сәбәбе булды, ана, Малик барһын тине лә ҡотолдо. Музыка дәресен алып барған миңә, ҡурҡа-ҡурҡа тигәндәй, бер нисә башҡорт теле дәресен дә йөкмәткәйнеләр, үҙем бары тик студент. Комплекс былай ҙа елле, ә ул (РАНОла методист), семинар бөткәс, еңдән тартып туҡтатты ла шулай ине: икенсе ваҡыт семинарға башҡорт теле уҡытыусыһы үҙе килһен. Ҡысҡырып илап ебәрмәҫ өсөн теште ҡыҫып ҡайтып киттем. Үпкә ҙур. Кәмеһенеү... Һөйләп бөтөрөрлөк түгел.  Уныҡы һымаҡ матур кәстүмем, йөҙгә лә әллә ни сибәрлегем булмаһа ни, мин дә әҙәм балаһы, уҡытыусы, хатта ҡай саҡ маҡтап та ебәрәләрсе...

Яҙмыш был матур ҡатын менән тағы осраштырҙы. Был ваҡыт ул, мәғариф бүлегендә лә, торараҡ, хакимиәттең мәғлүмәт бүлегендә лә эшләй ине инде. Гәзит эше менән тығыҙ бәйләнештә булды. Донъя бит, гел йылмайышманыҡ бер-беребеҙгә, һүҙгә килгән мәлдәр ҙә булманы түгел, әммә уны беләм, аңлай инем инде. Әйткәнен тура әйтә лә бөттө. Кешенең был сифаты хәтәр матур сифат икән, алдан йылмайып, арттан йоҙроҡ төйнәп торғандар, юғиһә, бихисап.  Бөгөн уны ҡотланым. Әл дә һеҙ бар тинем. Була шундай мәлдәр, башты тығыр ер табып булмай, шундай ваҡытта уның бер йылмайыуы, ихлас көлөүе (кешене көлөүенә ҡарап та баһалап була) аҡыллы күҙҙәре менән ҡарауы, ҡыҫҡа ғына итеп, ниндәй ҙә булһа кәңәш биреүе етә. Йән тынысланғандай була.

Күмертауҙа, эштә, бөгөн бер танышты һөйөнсөләнем:

- Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙына бөгөн шунса-шунса йәш, юбилей.

- Кит әле, ҡайҙан уға ул саҡлы булһын ти? Алдайһың.

Алдамайым. Әммә үҙ һүҙемә мин дә ышанмайым. Юбилейығыҙ менән, Ләйсән Ғәйнулловна!

Автор:
Читайте нас: