Танышыуҙары уларҙың тап Яманһарыла була. Йәш ҡыҙ Салауат педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса, был ауылға башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Тыуған ауылында эшләп йөрөгән егет шунда уҡ сибәр ҡыҙға күҙ һала һәм аҡыллы, эшһөйәрҙе бер күреүҙән: “Был ҡыҙ минең ғүмерлек юлдашым буласаҡ”, тип уйлай. Артабан йәштәр араһында мөхәббәт хисе уяна. Етмәһә, улар ауылда ҡуйылған спектаклдә лә ир һәм ҡатын ролен сәхнәләштерәләр.
1975 йылда бер-береһен күҙ ҡарашындай аңлаған йәштәр гөрләтеп туй үткәреп ебәрәләр. Шунан бирле улар йәшлектә ҡабыҙған ғаилә усаҡтарын һүрелдермәй ғүмер буйы һаҡлап киләләр.
Улар 1978 йылдан бирле Шәбағыш ауылында матур итеп донъя көтәләр.
- Йәш барған һайын, тормоштоң мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың. 50 йыл – аҙ ваҡыт түгел, әммә ул һиҙелмәй тиҙ үтә. Тормош юлынан һәр кем үҙенсә үтә, бында әҙер һуҡмаҡ юҡ. Иң мөһиме бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү кәрәк. Ике яҡлап та туғандарҙы хөрмәт итеү ҙә мөһим, - тиҙәр яңы ғаилә ҡорған йәштәргә үҙ теләктәрен еткереп алтын туйҙарын билдәләүсе юбилярҙар.
Материалдың тулы варианты гәзиттә баҫылды.