Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Февраль , 15:27

Баҫҡан урынында ут уйнай

Алсаҡ, мәрәкәсел, йөҙөнән йылмайыу китмәҫ, баҫҡан урынында тик тора белмәҫ Әхиәр ағай яҙыусылар ойошмаһына һәр ваҡыт йылмайып килеп керә лә геүләп хәбәрҙәрен тиреп ташлай.

Баҫҡан урынында ут уйнай
Баҫҡан урынында ут уйнай

Һөйләгән яңылыҡтарын ауыҙ асып тыңлайбыҙ: йә Өфөлә конкурста йөрөп ҡайтҡан, йә Күмертау сәхнәһен “дер” һелкеткән, йә яңы йыр яҙып ташлаған. Унан йырлап, бейеп тә күрһәтһә, ағайыбыҙҙың ыңғай энергияһы бөтәбеҙҙең дә күңелен күтәреп ебәрә.
Бәләкәйҙән йыр – бейеүгә, гармун моңона, әҙәбиәткә ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫә Әхиәр Шәйәхмәтов. Бөгөн, 75-те артылғанда ла ошо күңел байлығын һаҡлай, ҡәҙерләп үҫтерә. Нимәгә тотонһа - шуны күңел биреп, ысын оҫталарса башҡара ул. Шиғыр-йыр яҙыу тиһеңме, уны музыкаға һалыу, биҙәү, сәхнәлә, бәйгеләрҙә башҡарыу тиһеңме - бөтәһен дә булдыра Әхиәр Сәмиғулла улы. Күмертау яҙыусылар ойошмаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы, Башҡортостан радио-телевидение тапшырыуҙары лауреаты ла ул. Әхиәр Шәйәхмәтовтың ижады боронғо ҡобайырҙарҙан алып заманса рэп үҙенсәлектәрен берләштерә...

Рима АРЫҪЛАНОВА, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас