Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Февраль , 15:23

“Байлыҡ түгел, ә һаулыҡ мөһим”

Әхиәр ағайға ҡарап, һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуалар тип һис әйтеп булмай. Ә бит, ысынлап та, ижадҡа, моңға, ғөмүмән, донъяға ғашиҡ булған, Әхиәр Шәйәхмәтов ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын билдәләй.Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы, бар булмышы менән ижад кешеһе булған был шәхес тыумышы менән Ейәнсура районы Юлдаш ауылынан.

“Байлыҡ түгел, ә һаулыҡ мөһим”
“Байлыҡ түгел, ә һаулыҡ мөһим”

Ул күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Тыуған районында мәктәп тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Ир-егеттәр иңенә төшкән һалдат бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡандан һуң, Ауырғазы һылыуы Әлфиәгә өйләнеп, гөрләтеп донъя ҡоралар.
Әхиәр ағайҙың атаһы Сәмиғулла олатай Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Батыр яугир ҡаты яраланып, инвалид булып ҡайта. Әммә балаларына бәләкәйҙән эшкә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә ул. Шәйәхмәтовтар ғаиләһендә бала саҡтан хеҙмәт культы һалына. Балалар, һаулығы ҡаҡшаған аталарына ярҙам итеп, донъя йөгөн бергә тарталар. Сәләмәт тормош алып баралар. Шуға ла уларҙың ғаиләһендә төп девиз – сәләмәтлек була.
- Әсәйем менән урманға миндек йыйырға бара торғайныҡ...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас