Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Февраль , 16:12

Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек

Була шундай кешеләр, уларға ваҡыт ҡағылмай, йылдар үтә, йәйҙәрҙе ҡыш алыштыра, ә кемдер, сәғәттең, тыҡылдап, ваҡыт һанғанына, кәкүк саҡырғанына иҫе лә китмәй, һис үҙгәрергә теләмәй барамы бара. Бында кешенең төҫ-ҡиәфәте тураһында ғына түгел, күңеле торошо тураһында ла әйтеүем.

Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек
Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек

- Иртән иртүк әллә ҡайҙан ҡайтып килә инең, әллә таң атҡансы уҡ ауылды урап сыҡтың? – бер мәл Яңы Таймаҫта йәшәгән мәлдә унан шулай тип һораным.
- Берҙе түгел, өстө урағандыр ул, - эргәлә торған ул саҡтағы мәктәп директоры Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы Абдуллина шулай тип өҫтәй, - тик тора белмәгән, дәртле егет.
Дөрөҫө шул, уның, бер ҡайҙа ла ашыҡмай, тыныс ҡына нимә менәндер, бер эш менән генә, шөғөлләнеп ултырғаны булдымы икән, гел йүгерә-атлай йөрөй, ҡайҙан барыһына өлгөрә (мәктәптә уҡытыуы үҙе ҙур яуаплыҡ, дәрестәрҙе биреп кенә ҡотолоп буламы – күпме ҡағыҙ эше, етмәһә, ул үҙе гелән ниндәйҙер класс етәксеһе лә була, мәктәптән тыш, өйҙә ғүмере бөтмәҫ мәшәҡәт, мал-тыуар, баҡса), был серҙе, моғайын, ул үҙе генә беләлер. Әйтерһең уның ике түгел, биш ҡулы, дүрт аяғы, төрлөһөн уйлап, төрлө идеялар сығарырға ике башы бар.
Кластан тыш сараларҙы кем ойоштора, кем унда ҡатнаша – ул, кем һайлауҙар һайын комиссия составында була – ул, кем балаларҙы эйәртеп, йә экскурсияға, йә район үҙәгенә ниндәйҙер сараға бара – ул. Кем, уҡыусылары менән бергәләшеп, ауылдағы оло инәй-бабайҙарҙың ишеге алдын көрәй – ул. Үҙе ҡартая белмәгәнгәме икән, балалар ҙа уны, тиңдәш-дуҫтай күрә, ихтирам итәләр. Яңы Таймаҫ гимназияһының ҡайһылыр ерендә бер төркөм уҡыусылар, йыйылышып, нимәлер хаҡында һөйләшеп-бәхәсләшеп-фекер алышып тора икән, тимәк, уларҙың уртаһында ул булыр.
Өҫтәүенә, күп балалы ата (бына һеҙгә, йәштәр, һәйбәт өлгө). Тормош иптәше лә уҡытыусы, тап килеүҙәрен әйт: бер-береһенә гел ихтирамлы, әллә бер-береһен күҙ ҡараштарынан ғына аңлап торалар, был парҙы белгәндәр мине алдай тимәҫ: ир менән ҡатын нисек йәшәргә тейеш тип кемдер һораһа (хәҙер бит традиционные ценности тип аҙым һайын һөйләйҙәр), уларҙы Яңы Таймаҫҡа алып килергә кәрәк: илдәге һәр ғаилә бына шулай йәшәргә кәрәк, иптәштәр!
Уның бойоғоп, нимәгәлер бошоноп, ҡайғырған мәле лә юҡ ахры. Йөҙөндә гел йылмайыу булыр, бәлки, ошо холҡо ла (мыжымау, юҡ-барға хәсртәләнеп, көстө, һаулыҡты сарыф итмәү) уға йәш булып ҡалырға, тормош буйлап, йүгерә-атлай китеп барыуына ла сәбәбселер.
Уға бөгөн 55 йәш. Паспортында яҙылмаһа, был хәлгә ышанмаҫ инек. Ул һаман да ун һигеҙҙә кеүек – Рәшит Солтәнгәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы Раил Араптанов хаҡында ине һүҙ. Тағы ла оҙаҡ йылдар, әлегеләй күтәренке кәйефтә, тән менән дә, йән менән дә йәш булып йәшәргә яҙһын һиңә, Раил Рамаҙан улы. Ҡотлайбыҙ!

Автор:
Читайте нас