

- “Южурал-Ойл” предприятиеһының етәксеһе Зиннур Исхаков - тыуған иленең оло йөрәкле улы. Ауыр заманда коллективты, предприятиены һаҡлап ҡалып, ҙур уңыштарға өлгәшеп етәкләү ул ҙур эш. Хәҙерге һалымдар, материал хаҡтары артҡан, эшселәр, кадрҙар менән проблема булған ваҡытта эште уңышлы алып барыу бөтәһенең дә ҡулынан килә торған хәл түгел. Зиннур Закир улы гел үҫештә, ул бер йүнәлештә генә бармай, ә төрлө яҡлап варианттар эҙләй. Һәр ваҡыт юлда: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Санкт-Петербург, Себер, Татарстан, Ырымбур, үҙебеҙҙең республикабыҙҙағы Туймазы, Октябрьск нефтяниктары менән бәйләнештә булып, йылына 100-ҙәр меңләп километр юлдар үтә. Бының өсөн дә күпме көс кәрәк. Предприятиеның тәүге көнөнән эшләй башлаған бай тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр һаман да үҙ эштәрен яратып башҡаралар, шулай уҡ яңы кадрҙар ҙа киләләр. Эш хаҡы ла ваҡытында түләнә. Эште ябай күтәргестәр менән башлаған ойошманың хәҙер юғары сифатлы техник ҡорамалдар етештереүе оло ҡыуаныс. Предприятиела бөтә нимәләр үҙ урынында, бар ерҙә лә тәртип. Был тап Зиннур Исхаковҡа хаслыҡ. Ул һәр хеҙмәткәрен ихтирам итә, уларға уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Беҙ уның менән бәләкәйҙән бергә үҫтек. Зиннур Закир улының эше беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Ябайлығына иҫең китер. Ауыл халҡы уның менән ғорурлана, хөрмәт итә. Беҙ уны һынатмаҫҡа, ә киреһенсә, һәр яҡлап ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыштыҡ. Оло йөрәкле Зиннур Закир улы мәрхәмәтлек менән дә шөғөлләнә. Ауылыбыҙҙың исеме башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Кинйә Арыҫланов менән тоташҡан. Ошо К.Арыҫлановтың вариҫы булараҡ, ул халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн тырыша. Кешеләргә эш урыны булһын өсөн бар көсөн һала. Ауылдарҙағы тарихи урындарҙы һаҡлауҙарға ла битараф түгел. Районыбыҙ мәсеттәренә күпме иғтибар бирә: Абдул, Яҡут, Көйөргәҙе, Тимербай, Яҡуп, Ермолаево, Илкәнәй иман йорттары төҙөлгәндә һанап бөткөһөҙ ярҙамы тейҙе. Әле үҙебеҙҙең Туғай Кинйәһенә (бөткән ауылыбыҙ) лә Юлсылар мәсете ултыртырға планлаштырабыҙ. Тыуған төйәгебеҙ өсөн күпме изге эштәр башҡарҙы ул, уның был мәрхәмәтлеген әйтеп тә, һанап та бөтөрлөк түгел. Зиннур Закир улына һәм дә уның коллективына уңыштар теләйем.
“Южурал-Ойл”дың юбилейына бәйле башҡа фекерҙәр гәзиттә баҫылды.