Яҙ етте, был миҙгел үҙенә хас проблемалар ҙа алып килде.
Тирә-яҡты таҙалау, янғынға ҡаршы көрәш, малды көтөүгә сығарыу.... ауыл эштәрен һанап бөтөп буламы?
Бөгөн тап ошолар тураһында һөйләштеләр. Ауыл сходы тип, бер нисә ауылды урап сыҡтылар: Яҡшымбәт, Абдул, Яҡуп. Бер йыйылғанда башҡа һорауҙарға ла ҡағылдылар, һалым түләү, мәҫәлән. Берәҙәк эттәр ҙә үҙәккә үткән мәсьәлә. Һүҙҙәр беректе кеүек, бер генә теләк: йәмле айҙарҙы йәмле итеп үткәрергә яҙһын.