Все новости
Һөйөнсө!
26 Декабря 2022, 14:13

Ымһыныу

Ул башҡа иптәштәренә өҫтән генә ҡарап ултыра.

Ымһыныу
Ымһыныу
Бер аҙ маһайған да кеүек, һеҙ ҡайҙа ла мин ҡайҙа? 
Ҡомоғоҙ ҡойолоп төшөп бөтөп бара, быуындар шалтырай, аяҡ-ҡулдарығыҙ ҡалтырай, ә мин йәш, матур, көслө, дәртле тимәксе ахры.
Зәк-Ишмәт силсәүитенең яңы машинаһы. Бөтәһен дә үҙенә ымһындырып ултыра, башҡа ауыл башлыҡтары, район хакимиәте түрәләре, хатта кейенеп тә тормай, яланғас килеш, тышҡа сығып, был һылыуға ҡарай, түҙмәй, ҡулдарына ирек бирәләр: ҡапшап-ҡапшап ҡарайҙар, тик кеше йәре барыбер һинеке булмаҫ. 
....Хужаңдың ҡәҙерен белеп, уға тоғро булып, йомшаҡ ҡына, хәйерле юлдарҙан ғына йөрө, һылыуҡай (йәш ҡан тиеп дыулама, тыйнаҡ, тотанаҡлы, сабыр бул).
Йәшлегең оҙаҡҡа етһен! 
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: