Все новости
Афәт
30 Января 2023, 08:02

Үлем ҡәҙере

Уны, баҡһаң, кисә үк ерләгәндәр. 

Үлем ҡәҙере
Үлем ҡәҙере
Донъя имеш-мимешкә тулған ваҡыт, тегенеһе бер нәмә ти, быныһы... Йүкә телефон аша күп нимәне беләбеҙ, тоябыҙ, әллә дөрөҫ, әллә юҡ, аламаһына күберәк ышанабыҙ. 
Күмертауҙың бер вагнеровсыһы (шәхси хәрби ойошма) мәрхүм булды тип хәбәр итеүҙәре булды, йәнә берәү бар тинеләр. Был турала "Юшатыр" алдараҡ яҙғайны. 
Насар яңылыҡ раҫҡа сыҡмаһа ғына ярар ине тигән теләк бойомға ашманы, ысын бар икән. Тағы ла бер һалдат, тағы ла бер вагнеровсы. 
Кисә үк күмгәндәр уны. Коляда Юрий. Йәш. "Война - дело молодых" тип Цой юҡҡа йырламағандыр, күбеһенсә йәштәр китә. Оло йәштәгеләр ғүмерҙе нығыраҡ ҡәҙерләй, ысынында. 
Ҡәҙер тигәндә, үлемдең дә ҡәҙере бөттө, әҙәм балаһы яратҡан бесәйе үлһә лә ҡайғыра, ә бында әҙәм балаһы тураһында әйтәбеҙ. Өйрәндек.   
Даянов Фәнилде бөгөн ерләйҙәр. 
Әжәлде ҡәҙерләгән мәлдәребеҙ тиҙерәк кире ҡайтһын ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: