Все новости
Афәт
30 Января 2023, 12:08

Рәнйеп китмә

Фәнилде оҙаттылар.

Рәнйеп китмә
Рәнйеп китмә
Яңы йылға аяҡ баҫҡан көндә һәләк булғайны ул. Был ҡайғы хаҡында белдергәйнек - "Юшатыр" ҙа.
Ҡала башлығы һалдатты бөгөн оҙатабыҙ тине, моргтан. Үҙе хушлашырға ваҡытын таба алманы.
Бына, Фәнил Даянов һуңғы юлында, машина уны Воротынвкалағы зыяртҡа табан алып китте. Хакимиәттән береһе лә булманы, бер инәй, беҙгә янға килеп: ниңә кешегә сүпкә ҡараған һымаҡ ҡарайҙар, исмаһам, береһе булһа ла килә ала ине бит? - тине. Яуап таба алманыҡ. Күп һорауҙарға яуап булмаған осор. 
Бәхил бул, Фәнил, рәйнеп китмә, яҡындарына - сабырлыҡ.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: