Бөтә яңылыҡтар
Афәт
30 Сентябрь , 11:58

Бәхил бул, Бахмут егете

Тимурҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ...

Бәхил бул, Бахмут егете
Бәхил бул, Бахмут егете

Тимур Ибраһимов 1988 йылда Бахмут ауылында тыуған. Мәктәпте ошо уҡ ауылда көмөш миҙалға тамамлаған. Юғары белемле, тырыш егет әрме хеҙмәтенән һуң бизнес менән шөғөлләнгән. 2022 йылда мобилизация буйынса яуға алынған яугирҙең хеҙмәте юғары дәүләт наградалары, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Майорҙың ғүмере, ҡыҙғанысҡа, быйыл сентябрҙә өҙөлә. Уның менән бөгөн Бахмутта, аҙаҡ Күмертауҙа хушлаштылар. Ата-әсәһе теләге буйынса мәрхүмде Күмертауҙа Батырҙар аллеяһына ерләйҙәр.
Яугирҙең тормош иптәше Екатерина Александровнаның, ҡыҙҙары Айлиндың, Әминәнең, улы Мураттың, атаһы Алик Зәһүр улының, әсәһе Миннира Зәйнетдин ҡыҙының, абзыһы Артурҙың, мырҙаһы Илнурҙың ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, Тимур. Урындарың ожмах түрҙәрендә булһын...

Автор:
Читайте нас: