

Гәзит тормошо ла шулай. Дөрөҫ, беҙ кешенең, бигерәк тә, вазифалы кешенең үҙен күреп, теге йәки был хәлгә ҡарата һүҙен ишетергә тырышабыҙ. Гел килеп сыҡмвй, был осраҡта интернет йәки телефон ярҙамға килә. Был, бер яҡтан, шәп (урындан ҡуҙғалмай ғына мәғлүмәт алаһың, ваҡытҡа эконом, бензинға эконом), икенсе ятҡан... Олоғайыу бәләһе барҙыр - йә күҙ күреп етмәй, йә ҡолаҡ ишетмәй, зиһен дә ҡараңғылана бара. https://youshatir.ru/articles/demografiya/2022-02-13/ay-armayym-2690907
Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова менән әле шулайыраҡ килеп сыҡты. Демографияға бәйле (ҡарағыҙ, нисек ҡырылабыҙ), уның фекерен белергә ине - оҙаҡ йылдар эшләгән башлыҡ, аҡты ҡаранан айыра белә. Нурия Нуриман ҡыҙы әйтте - беҙ яҙҙыҡ. Зиһен мах бирә башлағандыр, күрәһең, уның әйткәнен беҙ үҫкәндә ашау ҡойто, кейем юҡ ине тигәнерәк аңлағанбыҙ. Үткәнендә Дума депутаты З. Байғусҡаров та шулай тигәйне: элек насар йәшәнек, шуға уй шул юҫыҡҡа киткәндер, абзыйҙан, апайҙан ҡалғанды кейеп үҫкәндәр, магазинда, әлеге кеүек, йөҙ сорт колбаса булмаған, кәнфит тә байрамдарҙа ғына....
Ҡыҫҡаһы, Нурия Шәрипова, материалды уҡығас, дәғүә белдерә, беҙ һәйбәт үҫтек, ашау ҙа булды, кейем дә. Нимә әйтәһең, ғәйеп беҙҙә - дөрөҫ аңламағанбыҙ. Киткән яңғылышлыҡ өсөн (ярлы булмағанды ярлыландырып ни) ғәфү үтенәбеҙ. Барыбыҙға ла гел байлыҡта, хөрлөктә йәшәргә яҙһын. Һәм, әлбиттә, күпләп балалар табырға булһын.