Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
7 Июля 2022, 11:26

Газды түгел, үҙәкте өҙҙөгөҙ

Яңыраҡ ҡына һуғыш балалары тип, мәрхүмә әсәйемә арнап, шиғыр яҙҙым.  

Газды түгел, үҙәкте өҙҙөгөҙ
Газды түгел, үҙәкте өҙҙөгөҙ

https://youshatir.ru/articles/kh-ter/2022-07-07/r-hm-t-i-tynys-yo-la-2865816

Таймаҫта хәҙер әсәйем булмаһа ла, ҡайтып йөрөйбөҙ, нигеҙҙе һыуытмаҫҡа иҫәп. Әле ҡайтһаҡ, газыбыҙҙы өҙөп киткәндәр. Газ буйынса бурыс та юҡ, ниңә өҙҙөләр икән тип урындағы властан һораһам, кеше йәшәмәгәс өҙгәндәрҙер тиҙәр. Был нисек була икән ул?
Беҙ үҙебеҙ ҡырҙа, тиҙ генә проблеманың айышына төшөнә алмайбыҙ. Газ торбаһын ҡырҡыр алдынан, исмаһам, беҙгә хәбәр итһәләр ҙә була ине, юғиһә, шым ғына килгән дә эштәрен эшләгән дә киткәндәр. Кеше юҡ тип, улайһа, йортто емереп китһәләр ҙә буламы икән ни?  

Аҙнабаева Мөслимәнең - һуғыш балаһының - йорто менән ниңә шулай ҡыланалар, яуап тапһағыҙ ине. Шундай хис: әйтерһең, газды түгел, үҙәкте өҙөп киттеләр.
Мәрхүмәнең ҡыҙы Нурия.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: