Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
18 Сентября , 09:14

"Батыр" бахыр булмаһын

- Беҙ балабыҙҙы башҡорт төркөмөнә бирмәйбеҙ тимәйбеҙ. 

"Батыр" бахыр булмаһын
"Батыр" бахыр булмаһын

https://youshatir.ru/articles/s-m-tele-s-s-n-tele/2022-09-10/oyalyu-2943453

Бик бирер инек, әгәр ҙә был төркөм ясли йәшенән алып балалар баҡсаһын бөтөп сыҡҡансыға тиклем эшләһә. Әле бит нисек? Ике йәшлек баланы, мәҫәлән, алып барып бирәбеҙ, ике йылдан ул башҡа төркөмгә күсә, тәрбиәсе алмашына, бала инде генә бер апайға өйрәнеп китә, ә унан башҡа апайға, бүтән атмсофераға эләгә. Стресс кисерә. Етмәһә, был төркөмдә төрлөһө төрлө йәштәге балалар йөрөй. Йәки сезонлы сирҙәр башлана ти (былтыр коронавирус менән шулай булды), беҙҙең башҡорт төркөмөн пыраң-зараң төрлө ергә тарата ла ташлайҙар. “Батыр” балалар баҡсаһына тулы ҡанлы башҡорт төркөмө булдырырға кәрәк, ул саҡта әлеге проблемалар ҙа бөтөр ине. Барлыҡ Ермолаевола 15 башҡорт балаһын йыйып булмаймы ни? Балалар баҡсаһы хакимиәте улай булмай ти: ул сама баланы ҡайҙан алайыҡ....

Материал тулы вариантта гәзиттә үткән йомала баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в