Все новости

Нью-Зәк-Ишмәт

Бөйөк тәржемәселәрҙән кемде беләбеҙ?

Нью-Зәк-Ишмәт
Нью-Зәк-Ишмәт

Ысынында, бик белеп тә бармайбыҙ, мәҫәлән, инглиз, Америка йә немец яҙыусыһы әҫәрен уҡыйбыҙ икән, быны кем руссаға, башҡортсаға күсергән тип, китапты әйләндергеләп, тикшереп ултырыусылар һирәктер. Йәл. Тәржемәсенән күп нәмә тора, бөйөк әҫәрҙе лә юҡҡа сығара йә, бик шәптән булмағанын, шәп итеп эшләп ҡуя ала.
Бынан ары, башҡа телдән ауҙарылған китапты уҡыр булһағыҙ, мотлаҡ кем тәржемә иткәнен ҡарағыҙ. Унда Гөлназ Әҙеһәмова тигән исем тороуы бик ихтимал. Бөтөн илгә дан алған тәржемәсе лә ул. Башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен руссаға ауҙара. 

Әле ҡарайбыҙ, Тәржемәселәр конкурсында еңеп, Барнаул ҡалаһында, бөтөн илдең билдәле тәржемәселәре йыйылған ерҙә йөрөп тә ята. Ышанһаң, ышан, ышанмаһаң - юҡ. Еңеүселәр исемлеген байҡайбыҙ. 
Мәскәүҙән барҙар (булмай ни, илдең генә түгел, әҙәбиәттең дә мәркәзе лә ул), Екатеринбург, йәнә Мәскәү һәм.... Зәк-Ишмәт. 
Гөлназ барып төшкәс, аптырайҙар икән: ниндәйерәк ҡала ул, ҡайҙа ул? Ишеткән юҡ ине. 
Ошо ерҙә "12 ултырғыс" романы иҫкә төшә: «Нью-Васюки». Бөтә йыһан шахмат турниры ошо бер кемгә лә билдәле булмаған Васюкила үтәсәк тип фәстерә Бендер. Беҙҙең осраҡта, Г. Әҙеһәмова арҡаһында, Зәк-Ишмәттә оло бер әҙәбиәт байрамы үткәрер булһалар, ҡалайтабыҙ? Ауыл халҡы мах бирмәҫ, аш-һыу, йыр-моңо менән һәйбәт ҡаршы алыр, ауыл башлығы ла йүгереп йөрөр, ҡулынан килгәнсә, урамдарҙы, кәртә-ҡураны рәтләр, ә бына юлын нимә эшләтергә? Клубын? 
Быныһы, әлбиттә, хыялдар ғына. Шулай ҙа өмөтһөҙ - шайтан, эштәр былай барһа, кем белә, Нью-Зәк-Ишмәт булып китеүебеҙ ҙә бар. 
...Шукшин ерҙәрендә уңышлы йөрөп ҡайтырға булһын, Гөлназ Флүр ҡыҙы! 
 
Ошо темаға алдараҡ та яҙғайныҡ. 
Автор:
Читайте нас: