Ҡотлоюл ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙа йылдың-йылы күпләп ҡаҙ аҫырайҙар. Быйыл да, көҙгө һыуыҡтар төшөү менән, ғәҙәттәгесә ҡаҙ өмәләре башланды.
Гүзәл менән Салауат Ибраһимовтар 50 ҡаҙ үҫтергән. Улар өмәгә күрше-күләнен, туғандарын саҡырҙы. Ир-ат ҡаҙҙарҙы һуйып, ташып торҙо, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡто, уларҙы эшкәртте.
Ҡотлоюлда бындай уңған ғаиләләр бик күп. Нәсимә менән Рәфҡәт Аҡһаровтар - 57, Ләлә менән Ғәҙелхәй Боҫҡановтар - 82, Зильда менән Илдус Ибраһимовтар - 91 ҡаҙ үҫтергән. Ҡотлоюлдар араһында өмәгә хатта 100 баштан да күберәк ҡаҙ үҫтереүселәр бар: Таңһылыу менән Инсаф Боҫҡановтар өмәселәргә 105 ҡаҙ, Гүзәл менән Илшат Боҫҡановтар 130 ҡаҙ үҫтергән.