Все новости
Өмәләр
9 Апреля 2019, 13:59

Булдырабыҙ

Күмертау халҡы ла респуликабыҙ буйынса барған акцияға ҡушылып, өмәгә дәррәү сыҡты. Был көндө 4,5 мең күмертауҙар һәм 20 берәмек техника тирә-яҡты таҙартыу буйынса әүҙем ҡатнашты.

Күмертау халҡы ла респуликабыҙ буйынса барған акцияға ҡушылып, өмәгә дәррәү сыҡты. Был көндө 4,5 мең күмертауҙар һәм 20 берәмек техника тирә-яҡты таҙартыу буйынса әүҙем ҡатнашты. Ҡала урамдарында ҡулдарына көрәк тотҡан төрлө предприятиелар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәрен, студенттарҙы хатта уҡыусыларҙы ла күрергә мөмкин ине. Шулай уҡ һәр ерҙә музыка яңғырап, ялан кухняһы ла эшләп торҙо.

- Үҙҙәренең фатирҙары тирәһендә ҡар ырғытырға пенсия йәшендәге инәй-бабайҙарҙы ла, ҡулдарына көрәк тотҡан кескәй генә балаларҙы ла күреүе һөйөнөс булды. Көнсығыш биҫтәһендә эшләгән техниканың шарҙар менән биҙәлеүе лә барыһында ла яҡшы кәйеф тыуҙырҙы. Ҡала матурлығы өсөн тос өлөш индергән бар халыҡҡа ла рәхмәтемде белдерәм. Беҙ берҙәм булғанда күп нәмәне булдырабыҙ, - ти ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев.
Читайте нас: