Все новости
Өмәләр
9 Апреля 2019, 12:32

Тигеҙләне

Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында экологик өмәләр башланды. Был сара 6 апрелдә старт алды һәм 11 майғаса барасаҡ. Үткән шәмбе Көйөргәҙе халҡы ла был сарала бик әүҙем ҡатнашты. Бар ерҙә музыка яңғырап торҙо, халыҡ тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе.

Өмәләр халыҡты тигеҙләне - социаль статусы ҡалай, кәйефе бармы-юҡмы, ҡарап тормай бөтәһе лә көрәккә йәбеште, һепертке, лом алды. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов та йыйыштырыу өсөн үҙенә айырым участок алып, эшен йәһәт кенә теүәлләне лә, Ермолаево буйлап башҡа өмәселәр янында йөрөп сығырға ваҡыт тапты. Бар ерҙә гөрләп барған өмәгә районыбыҙ үҙәгендә урынлашҡан “Пятерочка”, Башспирт магазиндары һәм Сбербанк менән Россельхозбанк хеҙмәткәрҙәре генә сыҡмаған. Киләһе өмәләрҙә улар ҙа ситтә ҡалмаҫ, ә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына әүҙем ҡушылыр, тип уйлайбыҙ.

- Һәр кем үҙ тыуған ауылын, районын яратырға тейеш. Шуға мин “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә барлыҡ көйөргәҙеләрҙе өмәгә ҡушылырға саҡырам. Районыбыҙ таҙараҡ булған һайын, республикабыҙ яҡшыраҡ була. Республикабыҙ яҡшыраҡ булған һайын, Рәсәй ҙә нығыраҡ була, - ти Юлай Талха улы.
Читайте нас: