Все новости
Өмәләр
14 Мая 2019, 12:27

Иркен тын алды

Свобода ауылы янынан үткәндә, кемдеңдер ауыл янындағы быуала һыу инеп, рәхәтләнеп сумып сыҡҡылағаны барҙыр - бынан һуң йәйге селләлә әлһерәгән кешегә хәл инеп ҡала, йөрәк ярһыуҙары баҫыла.

Свобода ауылы янынан үткәндә, кемдеңдер ауыл янындағы быуала һыу инеп, рәхәтләнеп сумып сыҡҡылағаны барҙыр - бынан һуң йәйге селләлә әлһерәгән кешегә хәл инеп ҡала, йөрәк ярһыуҙары баҫыла. Үткән-һүткәнгә рәхәт, сумып сыҡты ла онотто, ә Свободала йәшәгәндәр өсөн был быуа бик тә ҡәҙерле, ауылдың бар күҙ төбәп торғаны хәҙер дауахана ла ҡарттар йорто. Шуға свободалар үҙҙәренә тороп ҡалған һәр мөлкәткә бик һаҡсыл ҡарай. Үткән аҙнала улар йыйылышҡан да быуа тирәһен таҙартҡан. Һыу тирәһендә апаруҡ сүп йыйылған булған икән дә баһа, хәҙер быуа үҙе лә иркен тын алып ҡалған. Свобода ауыл биләмәһе хакимиәте был изге эшкә ең һыҙғанып тотонған һәр кешегә рәхмәт әйтә.
Читайте нас: