Все новости
Өмәләр
14 Мая 2019, 12:27

Ситтә ҡалғандары юҡ

Бәләкәй Муса ауылы халҡы Изге Рамаҙан айы башланыр алдынан ҙур эш башҡарҙы. Улар ауыл зыяратын кәртәләп бөттө. Бынан тыш та байтаҡ эштәр атҡарҙы бәләкәй мусалар. Тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк тип, өҙмәй ҙә ҡуймай йөрөй торған ауыл старостаһы Ирек Кәримов хәстәрлегендә уларҙың эштәре ярайһы ғына ырап бара.

- Аллаға шөкөр, былтыр ауылыбыҙ зыяратын еврокәртәләр менән урата башлағайныҡ, быйыл эште тамамлап ҡуйҙыҡ. Изге урынды тирә-яҡлап 450 метр оҙонлоҡта уратып алдыҡ, шулай уҡ ауыл клубы, медпункты ултырған майҙансыҡта 72 метр оҙонлоҡта кәртәләр алмаштырҙыҡ. Ниндәй эшкә тотонһаң да, аҡса кәрәк. Беҙгә Илкәнәй ауыл советы 190 мең һум бүлде, ауыл халҡынан 130 мең һум йыйылды һәм ауылдашыбыҙ Ғәлим Миһранов үҙ кеҫәһенән 50 мең бирҙе. Зыяратты кәртәләүҙән тыш бағаналарын матур итеп буяп та ҡуйҙыҡ. Бындағы эш ҡоралдарын, башҡа кәрәк-яраҡты ҡуйыр өсөн эшләнгән будканы һәм ауыл туҡталышын да заманса материал менән йөҙләнек. Ауылыбыҙ өсөн файҙалы эш башҡарырға ярҙам иткәндәре өсөн Илкәнәй ауыл советы башлығы Тимур Иҙрисовҡа, ауылдашыбыҙ Ғәлим Миһрановҡа, барлыҡ Бәләкәй Муса ауылы халҡына, ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт әйтәһе килә. Өмә барышында берәү ҙә киреләнеп ситтә ҡалғаны юҡ. Халыҡ менән берҙәм, аңлашып эшләһәң, барыһы ла килеп сығасаҡ, тик теләк кенә булһын. Мине халыҡ ауыл старостаһы итеп һайланы, уларҙың ышанысын аҡларға кәрәк. Ауылдаштарымдың мәсьәләләрен хәл итер өсөн уларҙың һорауҙарын ауыл советына еткерергә һәм хакимиәт менән бергә хәл итергә тырышабыҙ. Күп эштәр башҡарылды, шулай ҙа ауылыбыҙ өсөн эшләйһе эштәр тағы ла байтаҡ әле, - ти Бәләкәй Муса ауылы старостаһы Ирек Кәримов.
Читайте нас: