Все новости
Өмәләр
21 Мая 2019, 12:40

Сауаптары насип булһын

Яманғол ауылы халҡы күмәкләшеп сығып, зыяратты тәртипкә килдерҙек. Өмәгә халыҡ бик күп килгәйне.

Яманғол ауылы халҡы күмәкләшеп сығып, зыяратты тәртипкә килдерҙек. Өмәгә халыҡ бик күп килгәйне. Венер Таймаҫов, Рәфис Сөләймәнов, Нуретдин Һатыбалов тракторҙар менән килде. Зыяраттың эсендәге һәм тышындағы барлыҡ сүп-сарҙы йыйып, трактор арбаларына тейәп түгеп тә ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, Рамаҙан айында бергәләшеп изге эш башҡарҙыҡ. Өмәгә сыҡҡан барлыҡ ауылдаштарыма оло рәхмәт әйткем килә. Ҡылған изгелектәрегеҙҙең сауаптары насип булһын. «Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел», - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ғүмер кисергән йорт-ҡурабыҙ ғына түгел, ә шулай уҡ мәңгелек йортобоҙ ҙа һәр ваҡыт шулай тәртиптә булһын ине.
Читайте нас: