Бер саҡ Яманһарыға барһаҡ, имам бер үҙе мәсет тирәһен йыйыштырғылап йөрөй. Ришат хәҙрәт янында дин, иман тураһында һөйләшеп торҙоҡ та киттек. Бер ҡатынға керһәк, был әйтә: миңә Менәүәрә шылтырата (рәхәт заманға еттек, улай-былай булһа, урам буйлап саптырып кеше эҙләп йөрөмәйһең, тотаһың да шылтыратаһың йәки смс ебәрәһең): нимә ҡарап ултырабыҙ ул, мулла унда бер үҙе йөрөй ти, оят, ярҙамға барайыҡ.
Ошо ғына миҫал яманһарыларҙың ниндәй берҙәм һәм намыҫлы икәнен күрһәтә. Бына әле лә ауылдың иң иманлы һәм намыҫлы, егәрле һәм дәртле ҡыҙҙары барған да мәсет эсен ялтыратып ҡуйған. Ҡыҫҡаһы, Ураҙа байрамына Яманһары мәсете әҙер, яҡты, таҙа, бөхтә.
Ришат Йәмилов хәҙрәт тә ҡыуанған, изге эш башҡарғандары өсөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур рәхмәттәр әйтеп, барыһын да байрамға саҡырып ҡалған.