Все новости
Өмәләр
5 Июня 2019, 11:53

Йәм өҫтәне

Яманһарылар һәр эшкә лә маһирҙар, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Ял ваҡытында улар ФАП, клуб һәм китапхана урынлашҡан бинаның ишек алдының иҫке кәртәләрен алып, профнастил менән кәртәләп ҡуйҙылар. Был хаҡта беҙ Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипованан белештек.

- Район хакимиәтенең ҡыйығын алмаштырғанда ундағы профнастилдарҙы берәй нәмәгә кәрәк булһа, тип алдан уҡ һөйләшеп келәткә алып ҡуйғайныҡ. Яманһарыла быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үтәсәк. ФАП, клуб, китапхана йортоноң ишек алды кәртәләре ныҡ иҫкергән ине. Яңы булмаһа ла, бушҡа ошо профнастилдар менән был тирәне кәртәләп ҡуйырға булдыҡ. Был эштә ярҙам итеүсе Яманһары ауылы халҡына һәм ауылдашыбыҙ, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллинға рәхмәт әйтәм, - ти Нурия Нуриман ҡыҙы. Шулай уҡ Яманһары ауылы клубы мөдире Гүзәлиә Халиҡова ла ауылдаштарының шатлыҡтары менән бүлеште. “Байрамға әҙерлек эштәре бара. Нурия Нуриман ҡыҙы хәстәрлеге менән алмаштырылған кәртәләр ауылыбыҙға матур төҫ бирҙе, йәм өҫтәне. Өмәгә әүҙем сыҡҡан ир-егеттәребеҙ тракторҙа Таһир Байназаров, старостабыҙ Рауил Йәмилов, Илдус Түләгәнов, Шәфҡәт Ярышев, Миниһаж Йосопов, Тәлғәт Хисмәтуллин, Рәфҡәт Иҙрисов, Кәрәм Тураев, Айҙар Дәүләтшин, фермерҙар Рөстәм менән Юнир Иҙрисовтар бик тырышып эшләнеләр. Һүҙем юҡ, ауылыбыҙ күркәмләнеп ҡалды. Һәр ваҡыт шулай берҙәм һәм бергә булайыҡ, ауылдаштар”, - ти ул.
Читайте нас: