Бер көнө Таймаҫ егеттәре менән кәңәшләштек тә, ауылыбыҙ зыяратына матур итеп «Тереләрҙең ҡәҙерен, үлеләрҙең ҡәберен бел», «Рәхмәт, туғандар» тигән яҙыуҙар эшләтеп ҡуйырға булдыҡ. Бер нисә кеше шунда уҡ был эш өсөн мәрхүм булған туғандарын ерләгәндә төшкән хәйер аҡсаларын тапшыра ла һалды. Бына тиҙ арала заказ яһатҡан яҙыуҙарыбыҙ ҙа әҙер булды. Ауылдың 6-7 егете менән бергә зыяратыбыҙға уларҙы беркетеп тә ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ мәңгелек йорттоң ҡапҡаларын буяп, тирә-яғын тәртипкә килтерҙек. Ауылыбыҙ зыяраты, шөкөр, һәр ваҡыт тәртиптә. Май айында күмәкләшеп өмәгә сығып, йыйыштырып алғайныҡ. Кемдәр өмәгә килә алмаған, улар әле лә ваҡыттары булғанда барып, сүп-сарҙарын йыйып китә. Ошондай изге эштәре өсөн гел ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торған егеттәргә, шулай уҡ ауылдаштарымдың барыһына ла рәхмәтлемен. Һәр саҡ ошолай иҫән булған туғандарыбыҙҙың ҡәҙерен, әрүахтарыбыҙҙың ҡәберен белеп торайыҡ!